Йәмғиәт
9 Апрель , 06:05

Стәрлетамаҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эш итеү тәжрибәһе

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышы үтте.

Стәрлетамаҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эш итеү тәжрибәһеСтәрлетамаҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эш итеү тәжрибәһе
Стәрлетамаҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эш итеү тәжрибәһе

Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов рәйеслегендәге ултырыш сиктәрендә Комитет ағзалары бер нисә мәсьәләне ҡараны, шул иҫәптән “Социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы тураһына”ғы БР Законын тормошҡа ашырыу мәсьәләһен тикшерҙе.

Был мәсьәлә буйынса доклад менән Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Николаевич Шорохов сығыш яһаны. Павел Николаевич ҡаланың коммерция булмаған секторы менән аралашыу механизмдарын ентекләп яҡтыртты. Әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта 200-ҙән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма эшләй. Шуларҙың күбеһе мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә хакимиәттең стратегик партнерҙары булып тора.

Докладта төп иғтибар  2025 йылға эш йомғаҡтарына бүленде. Проекттарҙы структуралы оҙатыу системаһы арҡаһында үткән йылда коммецияға ҡарамаған ойошмалар йәлеп иткән грант средстволары күләме 38.2 млн һум тәшкил итте. Стәрлетамаҡтың  граждандар инициативаларын үҫтереү һәм коммерцияға ҡарамаған сектор менән үҙ-ара эш итеү буйынса тәжрибәһе һөҙөмтәле муниципаль практикаларҙың береһе булараҡ билдәләнде.

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

 

Стәрлетамаҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эш итеү тәжрибәһе
Стәрлетамаҡтың коммерцияға ҡарамаған ойошмалар менән эш итеү тәжрибәһе
Автор:Роза Сафина
Читайте нас