

Канализация системаларына төрлө әйберҙәр эләгә. Шәхси гигиена сараларынан алып төҙөлөш сүп-сары, сепрәк-сапраҡҡа тиклем.
Коммуналь хеҙмәткәрҙәр хатта көтөлмәгән “табыштарға” ла юлыға икән. Мәҫәлән, канализациялағы тығындарға бөтәүләй тауыҡ түшкәһе, уңыш йыйған миҙгелдә помидор, ҡыяр, алма һымаҡ йәшелсә-емештәр ҙә сәбәпсе була икән.
Хатта унитазға ташлаған салфетка һымаҡ бәләкәй генә әйбер ҙә ҙур тығынға килтереүе бар. Канализацияны вайымһыҙ ҡулланыуҙың эҙемтәләре бик етди: канализация ҡоҙоҡтары тығылыу, фекаль массаларҙың подвалға ағыу, подъездарҙа һәм фатирҙарҙа һаҫыҡ еҫ таралыу, аҫҡы ҡатта йәшәүселәрҙе һыу баҫыу хәүефе янай.
Р.ЗАМАНОВА.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.