

Ҡаланың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Стәрле йылғаһы ике тәүлек эсендә (11 апрелдәге күрһәткестәр менән сағыштырғанда) 109 см-ға күтәрелгән, 13 апрелдә иртән йылға кимәле 399 см тәшкил иткән.
Ашҡаҙар ике тәүлек эсендә 4 см-ға күтәрелгән, хәҙер йылға кимәле 161 см-ға еткән. Ағиҙел йылғаһы кимәле бөгөн иртән 189 см булған, был 11 апрелдәге иртәнге кимәлдән 12 см-ға күберәк.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ағиҙел йылғаһының киҫкен кимәле 420 см, Ашҡаҙарҙыҡы – 495 см, Стәрленеке – 445 см. Ағиҙелдең һыу баҫыу кимәле – 500 см, Ашҡаҙарҙыҡы – 556 см, Стәрленеке – 570 см. Йылғаларҙың кимәлен (шул уҡ тәртиптә) Ағиҙел күпере, Новофедоровка һәм Отрадовка районында үлсәйҙәр.
Р.ЗАМАНОВА.