

Апрелдә “Йәшел Башҡортостан” экологик акцияһы сиктәрендә республика халҡы йәмғеһе 4,5 мең төп ағас һәм 62 мең башҡа төр үҫенте ултыртасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова ошо хаҡта хәбәр итте.
“Йәшел Башҡортостан” традицияға ярашлы йылына ике тапҡыр – яҙлы-көҙлө үтә. Уның беренсе этабы 18 апрелдән алып 10 майға тиклем бара. Берҙәм акция көнө18 апрелдә үтәсәк.
– Ирина Голованова хәбәр итеүенсә, был сараларҙа 43 мең кеше, шул иҫәптән 4 мең ирекмән һәм 1 меңдән ашыу техника берәмеген йәлеп итеп, 3 мең махсуслаштырылған ойошма ҡатнашырға уйлай.
Акция мәлендә республика район-ҡалаларында 83 яңы тематик Октябрьский ҡалаһының 80 йыллығына Ҙур һәм татыу ғаилә аллеяһы һәм Туймазыла – Чернобыль АЭС на һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар иҫтәлегенә аллея барлыҡҡа киләсәк. Ә Нефтекамала Хеҙмәт даны аллеяһы киңәйтеләсәк.
Өфөлә 1,7 мең төп ағас һәм 5,4 мең ҡыуаҡ ултыртыласаҡ, шулай уҡ яңы тематик аллея булдырыласаҡ.
Р.ЗАМАНОВА.
Фото БР Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт министрлығы сайтынан алынды.