

– 2026 йыл – Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы. Йыһангир Йыһанша улы, һеҙ етәкләгән 23-сө мәктәптә, полилингваль мәктәп статусына эйә булған уҡыу йорто булараҡ, ниндәй телдәр уҡытыла? Ошо телдәрҙе өйрәнеүселәр үҙебеҙҙә йәшәгән урындағы халыҡмы, әллә ошо телдәр вәкилдәре лә бармы?
– Беҙҙең мәктәптә туған телдәрҙән башҡорт теле, татар теле һәм рус теле уҡытыла. Мәктәптә уҡытыу рус телендә алып барылһа ла, полилингваль кластарҙа ҡайһы бер предметтар башҡорт телендә. Сит телдәрҙән инглиз теленән башҡа испан һәм француз телдәре лә уҡытыла. Шулай уҡ ҡытай теле лә бар. Был полилингваль тигән һүҙ мотлаҡ бөтә телдәрҙе лә белергә кәрәк тигәнде аңлатмай. Беҙҙә ижади эҙләнеүсән уҡытыусылар күп. Мәктәптә ете башҡорт теле уҡытыусыһы, ике татар теле, тиҫтәнән ашыу рус теле уҡытыусыһы эшләй.
– Әле был мәғариф усағында нисә бала уҡый?
– Әлеге ваҡытта мәктәптә 2700-ҙән ашыу бала белем ала. Йәмғеһе 97 класты 140-тан ашыу педагог хеҙмәтләндерә.
– Ниндәй уңыштарығыҙ бар? Телдәр өйрәнеүҙән тыш, тағы ла ниндәй эшмәкәрлектәр алып барыла?
– Телдәрҙән башҡа беҙҙә Рәсәй гвардияһы, полилингваль кластар, Шайморатов кластары, полиция кластары эшләп килә. Балаларҙы илһөйәрлек, патриотизм рухында тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Балалар беҙҙә ҙур теләк менән уҡый
Балаларҙың иҫендә ҡалырҙай төрлө саралар уҙғарабыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел беҙгә республиканың төрлө район-ҡалаларҙағы мәктәптәренән Шайморатов кластары уҡыусылары килде. Бик бай йөкмәткеле, иҫтәлекле сара булды, уҡыусылар бер-береһе менән аралашты, матур уйындар уйнаны.
Мәктәп кимәлендәге “Хорҙар ярышы” (“Битва хоров”) сараһы ла уҡыусыларҙың күңеленә хуш килә. Мәктәп кимәлендә – алтынсы, ҡала кимәлендә икенсе тапҡыр “Профилле кластар балы” үтте.
2-се, 3-сө кластар өсөн “Мәктәптә театр” тигән түңәрәк эшләй. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артисы Рәсил Сынбулатов “Ҡолонсаҡ” башҡорт театр түңәрәге ойошторҙо. Быйылғы уҡыу йылында йәш шайморатовсылар өсөн “Уҡ атыу” түңәрәге асылды. Балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә.
Шулай уҡ беҙҙә сит өлкәләрҙән, күрше төбәктәрҙән ҡунаҡтар йыш була, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында киләләр. Үҙебеҙҙең уҡытыусылар ҙа уларҙа командировкаларҙа булып ҡайта. Күптән түгел Үрге Тәтешлелә яңы мәктәп асылды. Унда уҡытыусылар менән тәжрибә уртаҡлашырға барып ҡайттыҡ. Был районда 70 процент удмурт халҡы йәшәй икән. Был беҙҙең өсөн асыш булды.
Әйткәндәй, Стәрлетамаҡта йәшәүсе легендар шәхес, “Белизна”ны уйлап табыусы, профессор, шағир Рәлиф Рәхимов сығышы менән Тәтешле районынан. Яҡташтары уның менән сикһеҙ ғорурлана
Ике йыл элек, тәжрибә уртаҡлашыу ниәтендә, Мишкәлә булғайныҡ, шулай уҡ Сибай, Баймаҡ менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылды.
Ғинуар аҙағында Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты базаһында үткән Милли инновацион һәм полилингваль күп профилле мәктәп директорҙарының V форумында ҡатнаштыҡ. Был форум туған телде һаҡлау һәм алдынғы мәғариф методикаларын индереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу өсөн төп майҙансыҡ булды.
Унда беҙҙең команданың эшмәкәрлеге юғары баһаланды. Конкурс йомғаҡтары буйынса мәктәбебеҙ “Иң яҡшы этнокультура белем биреү ойошмаһы” номинацияһында лауреат исеменә лайыҡ булды. Был награда инновациялар милли традицияларға һәм мәҙәниәткә хөрмәт менән гармониялы үрелеүен, заманса белем биреү мөхитен булдырып, дөрөҫ йүнәлештә барыуыбыҙ тураһында һөйләй.
– Росгвардия һәм телдәрҙе үҫтереү институттары менән бәйләнеш булдырыламы?
– Росгвардия һәм Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы менән килешеү төҙөлдө. Улар менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Рәсәй гвардияһының хәрби академияһы (Санкт-Петербург ҡалаһы), РФ милли гвардия ғәскәрҙәре хәрби институты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ.
Шулай уҡ Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Астана ҡалаһында Н.Назарбаев исемендәге интеллектуаль мәктәп, Ҡырғыҙстандың Ош ҡалаһында С.Пушкин исемендәге мәктәп менән килешеү төҙөлдө.
– Ошо телдәрҙе өйрәнеү уҡыусыларға ниндәй мөмкинлектәр бирә? Әйтәйек, юғары уҡыу йорттарына ингәндә ярҙамы буласаҡмы? Кем булып эшләй алалар?
– Полилингваль кластар 1-се кластан уҡ асылды. Һәм улар бында уҡып бөткәнсе аҙаҡҡаса дауам итә ала.
10-сы класҡа килгән уҡыусылар гуманитар профилде һайлай. Мәктәптә 9-11-се класс сығарылыш уҡыусылары инглиз телен һайлай. 9-сы класта төп дәүләт имтиханына башҡорт һәм татар телдәрен һайлаусылар ҙа бар. Беҙҙең сығарылыш уҡыусылары мәртәбәле юғары уҡыу йорттарына инәләр.
– Быйылғы йыл Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һеҙ үҙегеҙ өс малай атаһы булараҡ был хаҡта фекерегеҙ ниндәй? Атай булараҡ, тәрбиәлә ниндәй алымдар ҡулланаһығыҙ?
– Үҙем Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районы Аллабирҙе ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә төпсөк бала – бишенсе бала булдым. Башҡортостандан сит өлкәлә йәшәһәк тә, халҡыбыҙҙағы матур йолалар аша тәрбиә алып үҫтек. Тауға сығыу йолаһы, Ҡыҙҙар тауы, Мөлкәмәй тауына сығып төрлө уйындар уйнай инек. Еләк йыйып, бесән сабып, Юшатыр йылғаһында һыу инеп үҫтем.
Беҙҙең мәктәптә башҡорт теле биш сәғәтлек программа менән алып барылды. Дәреслектәрҙе Башҡортостандан алып киләләр ине. Әйткәндәй, ҡасандыр гөрләп торған совхоз бөтһә лә, ауылыбыҙҙа ун бер йыллыҡ мәктәп әле лә бар. Унда әлеге ваҡытта ҡырҡтан ашыу бала уҡый.
Ырымбурҙа “Каруанһарай” гәзите сығып килде, уны беҙ йотлоғоп уҡый торғайныҡ. Үкенескә ҡаршы, хәҙер ул гәзит юҡҡа сыҡты.
Беҙҙең нәҫел Мөхәммәт ағай Ишбаев Ишбаевтар тураһында тарихты өйрәнеп китап яҙҙы. Бына шундай бай рухлы, милли мөхиттә үҫеүем артабанғы яҙмышымда мөһим роль уйнаны.
Ауылыбыҙҙа урта мәктәпте уҡып бөткәс, Күмертауҙағы педагогия училищеһында башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләү бүлегендә белем алдым. Унан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башҡорт филологияһы факультетына уҡырға индем.
Хәҙер инде үҙем атайым, әсәйем өйрәткәндәрҙе балаларыма еткерергә тырышам. Атанан күргән уҡ юнған, әсәнән күргән тун бескән, тигәндәй, һүҙ менән түгел, өлгө менән тәрбиәләү беренсе урында тора.
Ҡатыным Ирина Марат ҡыҙы менән өс малай үҫтерәбеҙ. Уртансы малайыбыҙ Рамазан менән бәләкәйе Тимур мәктәптә уҡый. Оло улыбыҙ Азамат СанктПетербургта уҡып та, эшләп тә йөрөй. Хәҙерге балалар ҡурҡып тормай, сит ҡалаларға (тарафтарға) сығып китә, үҙ мөмкинлектәрен аса.
Ғөмүмән, тәрбиәлә бер генә алым булмай. Иң мөһиме, эштең һөҙөмтәһе булһын.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрегеҙгә күңел күтәренкелеге, ныҡлы һаулыҡ, белемле, аҡыллы уҡыусылар теләйбеҙ!
Әңгәмәне Роза ҠОБАҒОШОВА алып барҙы.
Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.