

19 апрелдә “Классиканы бергәләп уҡыйбыҙ” абонементы сиктәрендә артистар тамашасыларға С.Т. Аксаковтың “Алһыу сәскә” (“Аленький цветочек”) әкиәте мотивтары буйынса программа тәҡдим итә. Тыңлаусыларға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артем Болотов етәкселегендәге рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры үҙенең инструменталь композицияларын тәҡдим итәсәк. Сергей Аксаковтың тыуыуына 235 йыл тулыуға арналған программа бөйөк рус яҙыусыһының ижадына хөрмәт булып тора. Был кистә йәнле музыка һәм һүҙ сәнғәте менән генә ләззәтләнеү түгел, Сергей Тимофеевичтың рус әҙәбиәтенә индергән өлөшөн иҫкә төшөрөү мөмкинлегелә бар. Сергей Аксаковтың тылсымлы әкиәте кеше күңеленең ысын матурлығын күрә белеү тураһында. Рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры тарафынан “Алһыу сәскә” (“Аленький цветочек”) интерпретацияһы әҙәби мираҫ һәм үҙенсәлекле музыка сәнғәтенең уникаль ҡушылыуынан ғибәрәт. Программа тыңлаусылар алдында әкиәттең бөтә тәрәнлеген һәм мауыҡтырғыслығын асырға, персонаждарҙың образдарын һәм тылсымлы атмосфераны халыҡ инструменттарының мелодик байлығы аша йәнләндерерәсәк.
Лиана ЯМАЛЕТДИНОВА,
филармонияның әҙәби бүлек мөдире.