Ашҡаҙар
+7 °С
Облачно
Йәмғиәт
16 Апреля , 03:55

107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел генә сисә

Өфөлә педагогик хеҙмәт ветераны Лидия Бажанованы 107 йәше менән ҡотланылар. Юбилярҙы хакимиәт башлығы Антон Тарасов ҡотланы.

107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел генә  сисә107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел генә  сисә
107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел генә сисә

Уҡытыусы һөнәренә курстарҙы бөткәс, ул  Иглин районындағы ауыл мәктәбенә йүнәлтмә ала. Тәжрибәһеҙ, әммә  сәмсел була ҡыҙ: немец телен китаптан уҡып өйрәнә, ә унан һуң ситтән тороп Ленинград педагогия институтына һәм БДУ-ға уҡырға инә. Өфөгә ҡайтҡас, Лидия Петровна Эске эштәр министрлығы мәктәбе ҡарамағындағы Александр Матросов исемендәге балалар колонияһына эшкә урынлаша. Шулай итеп, ул 41 йыл ғүмерен (1945 йылдың 15 авгусынан алып 1986 йылдың 15 авгусына тиклем) ошо учреждениеға бирә. Оҙаҡ йылдар уҡытҡандан һуң колониянан китә, ләкин эшен ташламай. 70 йәше тулғансы Өфөнөң 117-се урта мәктәбендә башланғыс кластарҙы уҡыта. Ярты быуаттан ашыу ғүмерен пелагогик хеҙмәткә бағышлай.

Ире һуғышта һәләк була, ике балаһын яңғыҙ тәрбиәләп үҫтереү уның рухын һындырмай.

Лидия Петровнаның зиһене яҡшы, күңеле көр, кроссвордтарҙы еңел генә  сисә һәм аудиокитаптар тыңлай.

Р.УСМАНОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел генә  сисә
107 йәшендә лә зиһене яҡшы, кроссвордтарҙы еңел генә сисә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас