Йәмғиәт
17 Апреля , 13:20

Эш эҙләһәң...

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡала мәҙәниәт һарайында “Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе үтте.

Эш эҙләһәң...Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...

Унда вакансиялар һәм карьера перспективалары тураһында белешергә, уҡырға барырға йүнәлеш алыу өсөн һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәре менән аралашырға мөмкин булды.

 “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә үткән сара төрлө уҡыу йорттарынан йөҙҙәрсә кешене үҙенә йыйҙы. Ул  эш эҙләүселәрҙе, ҡаланың алдынғы эш биреүселәре һәм буласаҡ мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы берләштерҙе.

Программа бер нисә тематик блокка бүленде.

Бер залда профессиональ белем биреү учреждениеларының презентация программаһы үтте. “Уҡырға ҡайҙа барырға?” күргәҙмәһендә колледждар һәм вуздарҙан вәкилдәр юғары класс уҡыусыларын әҙерлек йүнәлеше менән таныштырҙы.

Балаларға һөнәр һайлауҙа ярҙам итер өсөн, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.  Йәрминкәлә Стәрлетамаҡтың ҡала барлыҡҡа килтереүсе предприятиеларына айырыуса баҫым яһалды.

Эш эҙләүселәргә йәки эшмәкәрлек өлкәһен үҙгәртергә теләүселәргә, икенсе ҡаттағы фойела актив яллау зонаһы асылды. Ҡырҡтан ашыу эш биреүсе үҙ вакансияларын тәҡдим итте. Ә  эшкә дәғүә итеүселәр үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирҙе, хеҙмәт шарттарын һәм эш хаҡы кимәлен тикшерергә, анкета тултырырға һәм алдан әңгәмә үткәреүргә мөмкин булды.

Йәрминкәлә шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте белгестәренән ҡайтанан уҡытыу мәсьәләләре һәм дәүләт ярҙамы саралары буйынса консультация алыу мөмкинлеге булды.

Кесе залда карьераны грамоталы планлаштырыуға йүнәлтелгән төркөм дәрестәре һәм тренингтар уҙғарылды.

Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең мобиль офисы эшләне.

Теләгән кеше унда һөнәри өҫтөнлөктәрен билдәләү өсөн экспресс-тестлаштырыу үтә алды.

Ҡала предприятиелары һәм ойошмаларының заманса техника экспозицияһы йәрминкәне тағы ла сағыуыраҡ итте.

Р.САФИНА.

Фотолар Стәрлетамаҡ Мәшғүллек үҙәге матбуғат хеҙмәте сайтынан алынды.

Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...
Эш эҙләһәң...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас