

Ышаныслы, урындағы шарттарға яраҡлаштырылған уңайлы техника энергия һөҙөмтәлелеге менән айырылып тора.
Ҙур тәҙрәле һәм заманса экстерьерлы, үҙенсәлекле “Синара-6254” троллейбусы ҡала транспортының башҡа моделдәренән айырылып тора. Бейек түшәмле, иркен, тәпәш иҙәнле троллейбусҡа коляска менән, оло йәштәге кешеләр өсөн дә, ҙур багаж менән йөрөгәндә лә бик уңайлы.
80 км-ға тиклем автоном йөрөшлө троллейбустың пневматик аҫылмалы булыуы вибрацияны кәметә, шыма хәрәкәт итергә булышлыҡ итә.
Пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Салонда һауа температураһын көйләү өсөн климатик система булдырылған. Вандалдарға ҡаршы япмалы анатомик ултырғыстар, мобиль ҡоролмаларҙы зарядлау өсөн тоташтырыусы USB-слоттар, күп кимәлле яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү һәм автомат янғын һүндереү системаһы, аҙ хәрәкәтсән пассажирҙар өсөн аппарель (пандус) һ.б.
Бына шундай заманса троллейбус йөрөй Стәрлетамаҡ урамдары буйлап.
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар Стәрлетамаҡ троллейбус идаралығы сайтынан алынды.