Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
20 Апрель , 04:30

МИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫП

Күп милләтле Башҡортостан халҡының мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙҙәттәрен, күркәм йолаларын, халҡыбыҙҙың тарихын пропагандалау маҡсатында, филармония артистары йыл да яңынан-яңы программалар әҙерләй.

МИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫПМИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫП
МИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫП

24 апрелдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе филармонияһының XXXV концерт миҙгелен ябыу тантанаһы үтәсәк. “Берҙәм халык – ил терәге!” тип исемләнгән программа күпмилләтле еребеҙҙең байлығын күрһәтеп, берҙәмлек көсөн һыҙыҡ өҫтөнә ала. Кисә Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған. Программала филармонияның бөтә ижади көстәре ҡатнаша. Стәрлетамаҡ Бейеү театры яңы хореографик композициялар, төрлө Рәсәй халыҡтары бейеүҙәре менән һөйөндөрмәксе. “Ашҡаҙар” башҡорт эстрада-фольклор төркөмө йырсылары башҡорт халыҡ һәм популяр эстрада йырҙарын тамашасы хөкөмөнә сығара. Башҡортостанда берҙән-бер профессиональ “Сәрби” сыуаш ансамбле, музыкаль-әҙәби лекторий коллективы  яңы вокаль композициялар тәҡдим итә, рус халыҡ музыка ҡоралдары оркестры билдәле инструменталь композициялар башҡарасаҡ.

Тамаша ҡабатланмаҫ бәйләнеш, туғанлыҡ, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек көсө тыуҙырырҙай милли көйҙәр һәм ритмдар бер-береһе менән үрелеп барасаҡ.

Төрлө халыҡтарҙың уникаль мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәт итеүгә ҡоролған тамаша милләттәр  араһында дуҫлыҡ күпере булып тора.

Филармонияның XXXV концерт миҙгеле сағыу ижади ваҡиғаларға бай һәм йөкмәткеле буласаҡ. Уҙғарыласаҡ концертыбыҙ миҙгел дәүерендә булған барлыҡ ҡаҙаныштарҙың кульминацияһы һәм киләсәктә ижади офоҡтарҙы көтөп алыу булараҡ күҙаллана. Күңелдәрегеҙгә ял, алға ынтылышҡа дәрт-ғәм өҫтәп, йыр-моң һәйәүселәрҙе 24 апрель 19.00 сәғәттә башланасаҡ байрамда көтөп ҡалабыҙ!

Лиана ЯМАЛЕТДИНОВА,

 филармонияның әҙәби бүлек мөдире.

 

 

МИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫП
МИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫП
МИҘГЕЛДӘРҘЕ МИҘГЕЛДӘРГӘ ТОТАШТЫРЫП
Автор:Роза Сафина
Читайте нас