

– Александр Владимирович, нисәнсе саҡырылыштан депутат йөгөн тартаһығыҙ? Һеҙҙең депутат эшмәкәрлеге осоронда ниндәй үҙгәрештәр булды?
– 2000-се йылдарҙан алып ҡала Советы депутатымын. “Берҙәм Рәсәй” фракцияһына нигеҙ һалынғандан бирле ошо партия ағзаһы булып торам. “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлеге етәксеһемен.
2005 йылдан 2012 йылға тиклем һәм 2020 йылдан алып әлеге ваҡытта ла Стәрлетамаҡ ҡала округы Советы депутаты булып торам. 2020 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, Президиум ағзаһы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, ҡаланы төҙөкләндереү, ҡала инфраструктураһы үҫеше, ҡала төҙөлөшө буйынса Советтың даими комиссияһы рәйесемен.
Ошо йылдар эсендә мин ҡала халҡының проблемалары тураһында ишетеп кенә белмәйем. Ни өсөн тигәндә, граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән туранан-тура эшләйем.
Ҡала халҡынан йылытыу өсөн тарифтарҙы арттырыуға бәйле бик күп ялыуҙар килә. Ҡала хакимиәте, идарасы компаниялар, Йәмғәт палатаһы һәм Башэлектросбыт (Башҡортостандың энергия һатыу компанияһы) менән берлектә иҫәп-хисапты арттырыуға ҡағылышлы һ.б. халыҡтан килгән һәр ялыуҙы тикшерәбеҙ. Бөтә нескәлектәренә төшөнөп, күрһәтмәләр төҙөйбеҙ, ҡаланың бөтә хеҙмәттәрен йәлеп итәбеҙ.
– 90-сы йылдар һәм һуңғы йылдар менән сағыштырғанда депутатлыҡ эшмәкәрлегендә айырма бармы?
– Мин депутат булып эш башлаған тәүге йылдарҙа эшһеҙлек, яңырыу осоро ине. Бик ауыр осор булды. Приватизация йылдары һ.б.
Эш шунда, граждандар милек хужалары булып китте. Торлаҡ-файҙаланыу идаралығы урынына идарасы компаниялар барлыҡҡа килде. Улар элек дәүләт структураһында булһа, артабан кешеләр үҙҙәре идарасы компанияларҙы һайланы. Торлаҡ-файҙаланыу идаралыҡтары шәхси компанияларға әйләнде, йәғни шәхси ҡулдарға күсте.
– Һеҙ Стәрлетамаҡтың легендар башлығы Спартаҡ Ғәли улы Әхмәтов менән эшләнегеҙ, ә хәҙер етәкселеккә йәш быуын вәкилдәре килде. Етәкселектең үҙ эшмәкәрлегенә мөнәсәбәте үҙгәрәме? Нисек уйлайһығыҙ, урындағы үҙидара органдарына кешеләр ни тиклем ышана?
– Үҙемдең депутат эшмәкәрлегемде Спартак Әхмәтов заманында башланым. Миңә, етәксе һәм депутат булараҡ, Спартак Ғәли улы ҙур йоғонто яһаны. Уның командаһында 14 йылға яҡын эшләнем – “Автосервис” МУП-ы директоры һәм “Автохолдинг” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә. Әле лә уның кәңәштәренә ҡолаҡ һалам. Уның ярҙамында 1996 йылдан төп проекттарым тормошҡа ашырылды.
1996 йылда Мәскәүҙә Рәсәй эшҡыуарҙарының беренсе съезында булдым. Ул ваҡытта автомобилдәрҙе ремонтлау һәм һатыу, йөк ташыу һәм шәхси таксиҙар ебәреү буйынса беренселәрҙән булып кооператив асҡан саҡ ине. 1999 йылда Спартак Ғәли улы Әхмәтов мине муниципаль предприятие директоры итеп тәғәйенләне.
Хәҙер кешеләрҙең менталитеты, донъяға ҡарашы үҙгәрҙе. Совет заманында тәрбиәләнгән граждандар менән хәҙергеләре араһында айырма ҙур. Хәҙерге заман кешеләре үҙҙәрен хаҡлымын тип иҫәпләй, һәм беҙ уларҙың фекерен кире ҡаға алмайбыҙ. Заманалар үҙгәрә, ә эш алымдары тотороҡло ҡала. Үҙ-ара аңлашыу бар.
– Иң тәжрибәле депутат булараҡ, әйтегеҙ әле, депутат булыуы ҡыйынмы? Эш алымдары үҙгәрәме? Ҡала халҡының проблемаларын һәр ваҡытта ла хәл итеп буламы? Депутат булараҡ, һеҙгә күбеһенсә ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр?
– Кешеләр төрлө һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, эшкә урынлашыу буйынса, баҡсасылыҡ мәсьәләләре буйынса килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә тура килә. Торлаҡ, көнкүреш, белем биреүгә бәйле проблемалар, ҡайһы заманда йәшәүгә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт булды һәм әле лә бар.
Башлыса беҙ архитектура, ҡала төҙөлөшө өлкәһе йүнәлеше буйынса эшләйбеҙ. Әлеге ваҡытта мин архитектура бүлеге менән эшләйем. Сөнки бөтә мәсьәләләр бер-береһе менән бәйле. Мәҫәлән, төҙөлөш, реконструкция, ер бүлеү һ.б. шәхси һәм юридик шәхестәр йәки ойошмаларға ер участкалары бүләбеҙ. Йәмәғәт тыңлауҙарын тәғәйенләйбеҙ. Граждандар һәм ойошмаларҙан вәкилдәр килә. Залда байтаҡ кеше булған хәлдә лә, һәр һорауҙы шәхсән тикшерәбеҙ. Комиссия тарафынан шул мәсьәләнең законлылығы тикшерелә һәм тейешле ҡарар ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә ҡала хакимиәте башлығы яҙма рәүештә килешеүгә ризалыҡ бирә йәки килешеүҙән баш тарта. Комиссияла мин бер үҙем түгел. Был составҡа шулай уҡ хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, юридик бүлек, капиталь төҙөлөш етәкселәре һ.б. инә.
Ер участкаһына ҡағылышлы һорауҙарға килгәндә, ерҙең һәр аршины ҡәҙерле һәм уның үҙ тәғәйенләнеше бар. Был ер участкаһы ҡулланыу өсөн тап киләме, юҡмы – ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ.
– Компания етәксеһе булараҡ, ярҙам һорап килеүселәргә матди ярҙам күрһәтәһегеҙме? Һеҙҙең йәмәғәт эшендә иң ҡатмарлыһы нимә һәм һеҙ төп ресурсты ҡайҙан алаһығыҙ?
– Эш шунда, граждандарҙың мәсьәләләрен хәл итеү өсөн депутаттарҙың үҙ матди ресурсы юҡ.
Граждандарға һәм ойошмаларға күп тапҡырҙар ярҙам күрһәтергә тура килде. Мин үҙем даими хәйриә акцияларында ҡатнашам, ҡулдан килгәнсә матди ярҙам күрһәтәм. Мәҫәлән, 2-се ҡала дауаханаһына 100 мең һумлыҡ аҡсалата ярҙам күрһәттем, был аҡсаға медицина персоналы өсөн шәхси һаҡланыу саралары һатып алынған. Стәрлетамаҡ районы Преображеновка ауылында Ҡазан Божья Матерь иконаһы мәхәлләһен төҙөүҙә ҡатнашам. Өләсәйемдең ағаһы ошо ауылда рухани булған, нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияға эләккән...
– Һеҙҙе автомобиль бизнесы өлкәһендә ҙур тәжрибәһе булған булдыҡлы эшҡыуар булараҡ беләбеҙ. Оло бизнесҡа килеүегеҙ ҡайҙан һәм ҡасан башланды? Кемдәрҙе үҙегеҙҙең остаздарығыҙ тип һанайһығыҙ?
– Спартаҡ Ғәли улының ярҙамы тураһында алдараҡ әйтеп үткәйнем инде.
Юлымда һәр саҡ хеҙмәтемде күреп, күтәрмәләп торорҙай кешеләр осраны, һанай китһәң, бик күптәр. Шундайҙарҙың береһе, Анатолий Михайлович Поповты хөрмәт менән иҫкә алам, автосервисҡа эшкә барырға кәңәш бирҙе.
Шәхес булып формалашыуымда ҡатынымдың ике туған ағаһы отставкалағы генерал Александр Владимирович Моисеенко ла шулай уҡ мөһим роль уйнаны. Күптәр ҡанат нығытырға ярҙам итте, шулай ҙа тағы бер исемде ихлас әйтеп үтәм: Михаил Герасимович Есенков, атайымдың дуҫы ине, ул төрлө яҡлап иңен терәне. Халыҡ уны Сода-цемент заводы директоры, аҙаҡ СССР-ҙың химия сәнәғәте министры урынбаҫары тип белә ине.
– Тормошта йәшәргә ҡанат ҡуйып, рухландырып торорҙай яратҡан шөғөлөгөҙ, йәғни хоббийығыҙ барҙыр?
– Миңә иркәләнеп үҫеү эләкмәне. 12 йәшемдә әсәйем Анна Михайловна яҡты донъянан китеп барҙы, 18 йәшемдә атайҙан ҡалдым. Бына шулай, яҙмыш тормош һынауҙарына бирешмәҫкә өйрәтте, киреһенсә, сыныҡтырҙы ғына.
Атайым Владимир Васильевич күп эшләне, Сталин лагерҙарын үткән кеше булараҡ, амнистиянан һуң үҙенең тормошон яңынан башланы, һәм үҙ миҫалында бөтә нәмәгә үҙ хеҙмәтең менән өлгәшергә кәрәклеген күрһәтте. Атайым миндә әҙәплелек тойғоһо тәрбиәләне.
Баласаҡтан килгән хыялдар ауырлыҡтарҙы еңеп, артабан алға барырға көс бирә. Яратҡан шөғөлгә килгәндә, ябай автомобилдәрҙе тергеҙеү менән шөғөлләнәм. Элек улар миндә күп ине, хәҙер икәү генә ҡалды: Волга ГАЗ-21 һәм 1991 йылда Борис Ельцин Стәрлетамаҡҡа бүләк иткән Чайка ГАЗ-14 хөкүмәт автомобиле.
– Һеҙҙе автомобиль бизнесы өлкәһендә ҙур тәжрибәһе булған булдыҡлы эшҡыуар булараҡ беләбеҙ. Депутатлыҡ эшмәкәрлегегеҙ бизнесығыҙға, ғаилә мөнәсәбәттәренә ҡамасаулыҡ итмәйме?
– Ҡатыным Татьяна Алексеевна менән ҡырҡ йылдан ашыу бергә ғүмер итәбеҙ. Ике ул үҫтерҙек. Улдарыбыҙ икеһе лә тормошта үҙ юлын тапты. Оло улыбыҙ Денис юридик хеҙмәт етәксеһе, ул шулай Стәрлетамаҡ районы депутаты итеп һайланды. Кесеһе Никита иң эре авиакомпанияларҙың береһендә эшләй – Боинг 737-лә пилот. Балаларыбыҙҙы лайыҡлы шәхес итеп тәрбиәләүҙә ҡатынымдың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Үҙемә килгәндә, аҙнаһына ете көн эштәмен (эшләйем). Ғаилә өсөн ваҡыт ҡалмай тиерлек. Депутатлыҡ эшем артабан эшләү өсөн стимул булып тора, продуктив эшләү өсөн өҫтәмә көс бирә.
1996 йылда нәҡ ошо урында хеҙмәт юлым автомобиль һәм башҡа төр эшмәкәрлегем башланды. Исеме үҙгәрһә лә, предприятиела шул уҡ етәксе ҡала. Иң мөһиме, бер урында тормайбыҙ, үҫешәбеҙ. Беҙҙең ҡаланың бай тарихы һәм яҡты киләсәге бар. Стәрлетамағыбыҙ сәскә атһын, артабан үҫешһен, һәр кем рәхәт һәм бәхетле йәшәһен, тигән теләктә ҡалам.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт!
Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.
Фотолар А. Бабнищевтың шәхси архивынан алынды.