

Унда ҡаланың бизнес өлкәһенән, ҡала хакимиәтенән вәкилдәр, блогерҙар, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сараны ойоштороусылар Вера Ротова, ошо фестивалде үткәреүгә идея биреүсе, “ЭкоЖильё” компанияһына нигеҙ һалыусы, “АЛҒА” форумдарын ойоштороусы һәм Башҡортостан Шәхси торлаҡ төҙөлөшө федерацияһының үҫеш буйынса директоры Нияз Әхтәриев журналистарҙы һәм блогерҙарҙы фестивалдең программаһы менән ентекләберәк таныштырҙы. Унан һуң матбуғат кәңәшмәһендә ҡатнашыусылар өсөн фестиваль уҙғарыласаҡ урын буйлап кескәй генә экскурсия ойошторолдо.
Быйыл “СтроительФест” масштабын үҙгәртә: яңы урын “Громада” сауҙа үҙәгендә (“Громадалағы термалар” акватермаль комплексы менән йәнәшә буласаҡ. Тап ошонда 4 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда экспозиция асыласаҡ: кемдәр йорт төҙөй, ремонт эшләй, үҙ донъяһын яҡшыртырға теләй – улар өсөн 50-нән ашыу компания-ҡатнашыусы үҙ эшмәкәрлеген тәҡдим итәсәк.
Был ҙур ваҡиға төҙөлөш индустрияһы, эшҡыуарҙарҙы һәм республиканың район-ҡалаларынан килеүсе халыҡты үҙенә йәлеп итәсәк.
“СтроительФест” – ул бер урында барыһын да күрергә мөмкинселек биреүсе майҙансыҡ: ИЖС технологиялары һәм биҙәү материалдарынан алып нәфис декор әйберҙәренә һәм үҙ биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса ҡарарҙарға тиклем, тип билдәләне ойоштороусылар. Сараның төп өҫтөнлөгө –профессионалдар менән туранан-тура аралашыу, консультация алыу һәм ысын мәғәнәһендә файҙалыу тәҡдимдәр алыу мөмкинлеге.
Фестивалдең программаһы ике көнгә иҫәпләнгән. Сәғәт 11:00-дән 18:00-гә тиклем ҡунаҡтар өсөн тематик зоналар: төҙөлөш, ремонт, интерьер, дизайн, партнёрҙарҙың интерактив майҙансыҡтары эшләйәсәк. Ойоштороусылар фестивалгә барыуҙы тотош ғаилә ваҡиғаһына әйләндереү тураһында ла хәстәрләй. Кескәй ҡунаҡтар өсөн балалар зонаһы эшләйәсәк һәм оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыласаҡ.
Фестивалде асыу тантанаһы 24 апрель сәғәт 15:00-дә буласаҡ. Беренсе көндө төп иғтибар экспозицияларға һәм һөнәри консультацияларға йүнәлтеләсәк. Икенсе көндө, 25 апрелдә майҙансыҡтарҙың эшенә күңел асыу һәм концерт программалары өҫтәләсәк.
Бынан тыш, “СтройФест” фестивале сиктәрендә бүләктәр уйнатыласаҡ. Ҡатнашыу шарттары ябай: партнерҙарҙан әйбер һатып алыу етә, купон алырға һәм уны 25 апрелдә сәғәт 13:00-гә тиклем махсус лототронға төшөрөргә кәрәк.
Төп приз – модулле мунса.
24 һәм 25 апрелдә сәғәт 11:00-дән 18:00-гә тиклем “Громада” сауҙа үҙәгенә (Гоголь урамы, 122) килегеҙ!
Тулыраҡ мәғлүмәтте stroitelfest.ru сайтына һәм vk.com/stroitelfest “Бәйләнештә” төркөмөнә инеп ҡарарға була.
Р.ЗАМАНОВА.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.