

Награда, РФ Президенты Указына ярашлы, Ватанды һәм һәм Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауҙа күрһәткән батырлығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн бирелде. Миҙалды ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Артур Рәзил улы Ғафаров менән хәрби комиссар Анатолий Алексеевич Ревунов тапшырҙы.
Артур Шафиҡов 2024 йылда үҙ ирке менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар ҡабул итә. Хеҙмәтен Курск өлкәһенең Суджан районы биләмәһендә “Әхмәт” спецназы сафында башлай. Патриотизм һәм үҫеп килгән быуын тураһында ҡайғыртыу илде һаҡларға китеүгә төп этәргес булып тора. Өс бала атаһы Артур Фәрит улы үҙе әйтмешләй, “Унда ла балалар бар, ә сит балалар булмай”. Үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләгәндә, яугир көслө хәрби туғанлыҡты һыҙыҡ өҫтөнә алды. Хеҙмәттәштәре араһында бер береһенә ярҙам итеүселәрҙең күбеһе сығышы менән Башҡортостандан булыуын билдәләне. Өйҙән килгән ярҙам да ҙур әһәмиәткә эйә. Артурҙың ҡатыны Регина гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора, уға күршеләре, балаларының класташтары, хатта балалары йөрөгөн балалар баҡсаһы төркөмөнән ата әсәләр ҙә әүҙем ҡушылған.
Әлеге ваҡытта Артур Шафиҡов демобилизацияланған һәм Авангард заводында эшләп йөрөй.
Р.ЗАМАНОВА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотоһы.