

Судта асыҡланыуынса, 2025 йылдың октябрендә ҡатын Стәрлетамаҡтың ситенә килеп, полимер пакет (ҡап) рәүешендәге йәшерен-закладка таба, уны курткаһының кеҫәһенә һалып ала, шулай итеп, ул наркотикты шәхси ҡулланыу өсөн законһыҙ рәүештә үҙендә һаҡларға уйлай. Ҡатынды шул уҡ көндө полиция хеҙмәткәрҙәре туҡтата. Тикшереү барышында эсендә онтаҡ матдә һалынған полимер пакет табыла һәм уның ҡулынан составында наркотик булған ауырлығы 1,978 граммдан кәм булмаған төргәк тартып алына.
Ғәйепләнеүсе енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле булыуын таныны. Суд уға дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 4 йылға иркенән мәхрүм итеү язаһын тәғәйенләне.
Хөкөм ҡарары законлы көсөнә инде.
Р.С.Меркулова,
ҡала прокуроры ярҙамсыһы.