

Иң күп вакансиялар водитель, электр-газ менән иретеп йәбештереүсе, электромонтер, слесарь-ремонтсы, токарь, тракторсы һөнәренә тура килә.
Инвалидлығы булған махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә урынлаштырған эш биреүселәр өсөн республикала бер төркөм ярҙам саралары бар. Дәүләт инвалид хеҙмәткәр өсөн эш урыны булдырғанда (махсус хәрби операция ветерандары өсөн - инвалидлыҡтың теләһә ниндәй төркөмөндә) эш биреүсегә ярҙам күрһәтә, шулай уҡ хеҙмәткә түләү сығымдарын өлөшләтә ҡаплай, 2026 йылда компенсация күләме бер ай эшләгән өсөн 40,6 мең һум тәшкил итә.
Субсидияға заявка Рәсәй Федерацияһының Пенсия һәм социаль страховкалау фондына тапшырыла.
Был хаҡта Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иттеләр.
Р.ЗАМАНОВА.