Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Апрель , 05:05

“ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК” ОНЛАЙН ҮТӘСӘК

Йыл һайын Башҡортостанда 9 майҙа  “Үлемһеҙ полк”акцияһы уҙғарыла. Әммә ул быйыл онлайн үтәсәк.

“ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК” ОНЛАЙН ҮТӘСӘК“ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК” ОНЛАЙН ҮТӘСӘК
“ҮЛЕМҺЕҘ ПОЛК” ОНЛАЙН ҮТӘСӘК

“Әлеге ваҡытта беҙ ҡарар ҡабул иттек: Хөрмәтле колегалар, “Үлемһеҙ полк” акцияһын беҙ онлайн режимында үткәрергә ҡарар ҡабул иттек. Шулай ҙа тышҡы периметрҙа нимәләр бара, беҙ барыһын да ентекле үлсәп ҡарарға тейешбеҙ”, - тине Радий Хәбиров  21 апрелдәге оператив кәңәшмәлә.

Ни өсөн тигәндә, байрам һәр саҡ дәррәү үтә, был кешеләр тупланмаһын барлыҡҡа килтерә. Радий Хәбиров был хәлде көс структураларындағы коллегалары менән тикшерҙе һәм, һәр төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡотолоу өсөн, байрамды онлайн үткәрергә  ҡарар иткәндәр.

Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ 9 майҙа парад үткәреү мәсьәләһе лә ҡуҙғатылған. Ул ғәмәлдән сығарылыуы итимал.

“Әлеге ваҡытта шулай ҙа парад репетицияһын дауам итәбеҙ. Парадты уҙғарырға тигән  ҡарар ҡабул итттек. Унда кешеләр һаны аҙыраҡ. Әммә мин шуныһын алдан әйтеп ҡуям: хәҙер хәлдәр бик тиҙ генә  үҙгәреп тороусан, шуға күрә, әгәр көс структуралары етәкселәре парадты үткәрмәҫкә нигеҙ барлығын һиҙемләһә, уны үткәрмәйәсәкбеҙ, -тине республика Башлығы.

Р.УСМАНОВА.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас