Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
24 Апрель , 11:25

ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ

18 апрелдә иртәнге сәғәт 10-00-да Ленин проспекты, 41-се йорт ихатаһы янында өмә үтте. Сүп йыйыу менән бер рәттән оҫталыҡ дәрестәре, бүләктәр һәм тәмле аш-һыу – барыһы ла бер урында булды.

ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ

Сара физик күнегеүҙән башланып китте. Бер нисә кешенән торған ЭКО-командаларға бүленеп, эшкә дәррәү тотондо йәштәр. Территорияны таҙартыуҙа 55-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, ошо тирәлә йәшәүселәр ҙә теләп ҡатнашты. Мәҫәлән, ирекмәндәр – 1-се лицей уҡыусыһы Дарья Ларионова, 29-сы мәктәп уҡыусыһы Мария Дрозд, 6-сы гимназия уҡыусыһы Вероника Юрпалова, 2-се мәктәптә уҡыусыһы Зарина Кинйәбулатова өмә буласағын Йәштәр бүлеге сайтынан белеп ҡалған һәм улар бер команда булып, ҡаланы таҙартыуға үҙ өлөштәрен индерҙе. Пионер һарайының “Диалог” студияһы етәксеһе Ольга Николаевна Дмитриева ла өмәгә улдары Виталий һәм Петр менән килгән. Глушковтар ғаиләһе лә балалары менән бергәләп ҡатнашты унда. Ун йәшлек улдары Вадим 10-сы мәктәптә уҡыһа, бәләкәйҙәре Стас 36-сы балалар баҡсаһына йөрөй. Елена Владленовна үҙе хужабикә, ә ғаиләне матди яҡтан ире Гаврил Олегович тәьмин итә. Шундай егәрле, күркәм ғаиләләр ҡалабыҙҙы матурыраҡ итеү өсөн ваҡыттары менән иҫәпләшмәй күңел биреп эшләйҙәр.

Әйткәндәй, “РайзДевелопмент”, шулай уҡ “X-Fitness” һәм “Ҡара & Аҡ” компаниялары, сараның бағыусылары булараҡ, өмәлә ҡатнашыусыларға бүләктәр әҙерләһә, “Прага” рестораны өмәселәргә тәмле бутҡа һәм йылы сәй әҙерләгән. УКИПиС уҡытыусыһы Бабинец Роза Солтан ҡыҙы уҡыусылары буласаҡ ашнаҡсы-кондитерҙар Данил Үмәрғәлин һәм Вячеслав Фофонов менән бик ихлас хеҙмәтләндерҙеләр. Өмә йомғаҡтары буйынса – беҙҙең әүҙем командалар ҡиммәтле бүләктәр алды һәм ҡәнәғәт ҡалды.

Ҡәҙерле Стәрлетамаҡ халҡы, һеҙҙе өмәләргә ҡушылырға саҡырабыҙ. Үҙ ихатаһы һәм ҡалаһы тураһында хәстәрлек күреү – һәркемгә лә ҡағыла. Киләһе өмәлә һеҙҙе 25 апрелдә көтәбеҙ, тине сараны ойоштороусылар.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары.

теманы дауам итеп:

Стәрлетамаҡта ирекмәндәр Ашҡаҙар ярында 100 тоҡ сүп сар йыйҙы

Күптән түгел “Рәсәй һыуы” һәм “Таҙа һауаны һайлайым” Бөтә Рәсәй акциялары сиктәрендә, Стәрлетамаҡта 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашлығында экологик өмә үтте. Сара “Экологик именлек” милли проекты ярҙамында уҙғарылды.

Ҡатнашыусылар иҫәбендә – Стәрлетамаҡ химия-технология колледжы һәм Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары, Башҡортостан сода компанияһы хеҙмәткәрҙәре, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ башланғысты хуплаған ҡала хакимиәте белгестәре.

Ирекмәндәр тырышлығы менән яр буйы территорияһының 500 метрын тәртипкә килтереү мөмкин булды. Кәрәкле инвентарь менән тәьмин ителгән сарала ҡатнашыусылар дөйөм алғанда 100 тоҡ сүп-сар йыйҙы.

Римма ҒӘЛИМОВА

Автор фотолары.

ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
ЛЕНИН УРАМЫН ТАҘАРТТЫҠ
Автор:Римма Галимова
Читайте нас