Йәмғиәт
28 Апреля , 05:50

ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР

Ошо көндәрҙә Стәрлетамаҡта инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса “Абилимпикс” чемпионатының XII төбәк этабы үтте.

ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАРИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР

Эшлекле программа сиктәрендә ҡалаға эш сәфәре менән “АбиАрт” Бөтә Рәсәй һәм алдынғы инвалидтар ойошмалары Союзы йәмәғәт берекмәһе директоры, “Абилимпикс” милли чемпионатының ойоштороу комитеты ағзаһы Крель Наталья Валерьевна килде. Уны “Абилимпикс” милли чемпионатының төбәк координаторы Наилә Шәйәхмәтова, Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы директоры Зөлфиә Ишембәтова һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының инвалидтар мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Юрий Панчишин оҙатып йөрөнө.

Делегацияның сәфәре проектта ҡатнашҡан белем биреү учреждениеларына барыуҙан башланды. Наталья Валерьевна Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледжында, төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжында булды. Был белем биреү учреждениелары “Абилимпикс” чемпионатында ҡатнаша. Наталья Крель “Абилимпикс” уҡытыусылары, эксперттары һәм ҡатнашыусылары менән осрашып йылы аралашты шулай уҡ уҡыу йорттарының матди-техник базалары менән танышты.

Стәрлетамаҡта конкурс төрлө компетенцияларҙы “Инженер дизайны”, “Интернет әйберҙәр”, “САПР инженер дизайны”, “BIM мәғлүмәт моделен төҙөү технологиялары”, “Иретеп йәбештереү технологиялары”, “Фотограф, социаль реабилитация буйынса белгес” һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алды. Эшлекле программа политехник колледжда дауам итте, унда күргәҙмә зонаһы эшләне һәм сарала ҡатнашыусылар өсөн түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Күргәҙмәлә ҡатнашыусы Анна Бергин – сертификатлы һуҡыр кинолог эт-проводниктар әҙерләй. Үҙе ул 4 йәшенән эт ярҙамында аралаша. Үҙе һуҡыр булғас Аннаның был йәһәттән тәжрибәһе ҙур. Анна Бергин үҙенең ярҙамсыһы, “КАВС” президенты Алексей Саламатин менән ирекле хәрәкәт итеүҙән тыш тоғро дуҫ та бүләк итәләр. Улар бер нисә кешегә “тыңлаусан һәм команданы үтәүсән” эт әҙерләп биргәндәр ҙә инде.

“Балалар – беҙҙең бәхетебеҙ” балалар үҙәгенән Татьяна Давыдова менән Альвина Дашкина күргәҙмәгә балаларҙың ҡул эштәрен килтергәндәр. Әйткәндәй, Октябрь проспекты, 28-а йортонда урынлашҡан үҙәктә 4 йәштән алып 18+ йәшкә тиклемге балалар шөғөлләнә. Әлбиттә, өлкән балаларға кулинария серҙәрен дә өйрәтәләр бында. Балалар ҡала кимәлендә үткән сараларҙа үҙҙәренең эштәре менән төрлө конкурстарҙа ҡатнаша.

Шулай уҡ Светлана һәм Ирек Төхвәтуллиндар етәкләгән “Фаворит” халыҡ бал бейеү ансамблендә шөгөлләнгән балаларҙың коляскала килеш бейегәндәрен күреп шаҡ ҡаттыҡ. Балалар йөрәгендә шатлыҡлы эҙ ҡалдырған ошондай шәхестәр булғанда донъябыҙ йәмлерәк тойола бит.

Сараның рәсми өлөшөндә (түңәрәк өҫтәлдә) ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов йыйылыусыларҙы ихлас сәләмләп, ҡалала йәшәүсе инвалидтар менән алып барылған эштәр тураһында һөйләп ишеттерҙе. Ҡала хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ бүлеге начальнигы Ирина Челотканова инвалидтарға үҙ эштәрен асҡанда ярҙам итеү саралары тураһында бәйән итте. Мәшғүллек бүлеге директоры Сергей Щипакин үҙ эшен асҡан инвалидтарға ҡорамалдар һатып алыу өсөн һәм эш урыны булдырғанда аҡсалата ярҙам мөмкинлектәре тураһында һөйләне. Ҡалған сығыш яһаусыларҙың сығыштары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Автор фотолары һәм ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
ИНВАЛИДТАРҒА ҮҘ ЭШТӘРЕН АСЫРҒА МӨМКИНЛЕК БАР
Автор:Римма Галимова
Читайте нас