Йәмғиәт
28 Апреля , 12:15

ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ БУЛҺЫН ӨСӨН

Бына икенсе йыл инде ҡалабыҙҙа “СтройФест” фестивале уҙғарыла. Быйыл ул 24-25 апрелдә “Громада” сауҙа үҙәге майҙанында гөрләп үтте.

ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨНТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ БУЛҺЫН ӨСӨН

Бер биләмәлә – һөҙөмтәле эш һәм файҙалы танышыуҙар

 “СтроительФест – 2026” Фестивален асыу тантанаһы сағыу тамашанан – стилләштерелгән заманса башҡорт бейеүе менән башланып китте.

Был мәртәбәле сараны асыуҙа Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Тимур Хафизов, Айнур Юнысов, Эшҡыуарҙар ассоциацияһы вәкилдәре, “Бизнес ҡатын-ҡыҙҙары” йәмәғәт ойошмаһы, “Рәсәй терәге” Бөтә Рәсәй кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт берекмәһенең Башҡортостан бүлексәһе, “Минең бизнесым” үҙәге, һәм шулай уҡ сараның партнерҙары ҡатнашты.

Был көндө “Громада”ның дүрт мең квадрат метрҙан ашыу майҙаны гөрләп торҙо.

Заманса мультимедиа менән йыһазландырылған фестиваль йәмғеһе 2 меңдән ашыу кешене, шул иҫәптән төҙөлөш тармағы вәкилдәрен, партнерҙар, блогерҙар һәм ҡала халҡын үҙенә йыйҙы.

Индустрия лидерҙары: алдынғы төҙөүселәр, иң ҙур төҙөлөш һәм мебель үҙәктәре, беренсе класлы дизайнерҙар, ремонт оҫталары, инновацион төҙөлөш материалдары етештереүселәр һәр ҡайһыһы үҙ бизнесы менән яҡынданыраҡ таныштырҙы, үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙарҙы тәҡдим итте. Күргәҙмә стендтары, интерактив майҙансыҡтар эшләне.

 Бер урында ландшафт дизайны буйынса консультация алырға, фатирҙың заманса биҙәлешен һайларға йәки профессиональ архитекторҙар менән йорт проектын тикшерергә мөмкин булды.

“СтроительФест” – ул күргәҙмә генә түгел, ҡалабыҙ өсөн мөһим, йәнле ваҡиғаға әйләнде. Ата-әсәләре эксперттар менән аралашҡан арала эргәлә генә кескәйҙәргә мауыҡтырғыс уйын зоналарында, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге булды. Балалар өсөн аниматорҙар һәм ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре эшләне. Ә фестивалдең төп сәхнәһе ижади коллективтарҙың концерт номерҙарынан гөрләп торҙо.

 Шуныһы иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ: ошо башланғыстың башында ҡаланың әүҙем бизнес-берләшмәһе вәкилдәре – “СтройФест” фестивален уҙғарыуға идея биреүсе Динара һәм Нияз Әхтәриевтар тора. Ошо әһәмиәтле сараны Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте хуплап, күтәрмәләп алыуы сараны тағы ла мәртәбәлерәк итеп ебәрҙе.

Элекке ВТС (юғары аныҡлыҡтағы станоктар заводы) заводының ташландыҡ бинаһын булдыҡлы эшҡыуар Усманов Илшат Фәрит улы һатып алып, яланғас стеналарҙан ғына торған ҙур объектты өр-яңынан тергеҙеп, бынамын тигән заманса сауҙа үҙәгенә әйләндергән. Бында хәҙер ял итеү өсөн бар яҡлап та уңайлылыҡтары булған бик күп һатыу нөктәләре һәм уйын зоналары барлыҡҡа килгән.

 Быуындарҙы-быуындарға тоташтырып...

Нияз Фаяз улы ҡатыны Динара Фәрит ҡыҙы менән 2011 йылда төҙөлөш эшендә тармаҡты үҫтереү буйынса ғаилә эшен аса. Ҡалабыҙҙағы “ЭкоЖилье” компанияһы бына хәҙер ун биш йыл инде Башҡортостандың көньяғында йорттар төҙөү һәм төҙөлөш тармағын үҫтереү менән шөғөлләнә. Был ваҡыт эсендә төҙөлөш һәм торлаҡ объекттарын ремонтлау буйынса бик күп проекттар тормошҡа ашырылған.

Әхтәриевтар ғаиләһе өсөн төҙөлөш өлкәһенең тамырҙары тәрәнгә барып тоташа. Нияздың ҡартатаһы Зөфәр Мәғәсүм улы данлыҡлы балта оҫтаһы була, уның алтын ҡулдары ағастан йөҙләгән йорт һалған. Һәм ошо һөнәр артабан быуындан-быуынға лайыҡлы күсә килә.

Нияз эште башта пластик тәҙрәләр һәм конструкциялар етештереүҙән башлай. Унан һуң ағас йорттар төҙөү серҙәрен үҙләштерә. Ә һуңғараҡ блоктан таш йорттар төҙөүгә тотона. Тынғыһыҙ эшҡыуар ғаилә тармаҡ сараларында әүҙем ҡатнаша, заманса технологияларҙы өйрәнә, тыуған төйәген төҙөкләндереү өсөн иң яҡшы тәжрибәләр менән таныша. Стәрлетамаҡта улар башланғысы менән йыл һайын материал етештереүселәр, тәьмин итеүселәр, риэлторҙар, мебель етештереүселәр, подрядсылар, ландшафт дизайнерҙары һәм төҙөүселәрҙе берләштереүсе төҙөлөш фестивале ойошторола.

 Фестивалдең икенсе көнө айырыуса дәррәү үтте. Кем төҙөй, ремонтлай һәм уңайлылыҡ булдырырға теләй – был фестиваль улар өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

Төп бүләк – шәп мунса!

Бына иң тулҡынландырғыс мәл етте. Партнерҙарҙан йәмғеһе 50-нән ашыу приз уйнатылды. Был көндө күптәргә бәхет йылмайҙы: берәүҙәр 10 мең һумлыҡ, ә икенселәр 20 мең һумлыҡ сертификаттар отто, ә кемдер әйберләтә затлы бүләктәр алып ҡыуанды. Ойоштороусыларҙан төп приз – 650 000 һумлыҡ модулле мунса “Риком” компаниялар төркөмө клиентына, йәғни уларҙан фатир һатып алған Илдар Сәйфуллинға эләкте.

Шуныһы һөйөнөслө, “СтройФест” фестивале үҙен һөҙөмтәле майҙансыҡ булараҡ күрһәтә алды, партнерлыҡ бәйләнештәрен үҫтереүгә, тәжрибә уртаҡлашыу һәм берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итеүен раҫланы. Экспозицияла республиканың төрлө ҡалаларынан компанияларҙың ҡатнашыуы ваҡиғаның төбәк-ара әһәмиәтен билдәләне. Фестивалгә килеүселәр профессионалдарҙан бик күп файҙалы кәңәштәр алып, өйҙө ремонтлау өсөн яңы идеялар менән дәртләнеп, киләһе фестиваль тағы ла дәррәүерәк үтер һәм күп халыҡты йыйыр тигән теләктә таралышты.

 Роза САФИНА.

 Анастасия Игнатьева фотолары.

ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ  БУЛҺЫН ӨСӨН
ТОРМОШОБОҘ УҢАЙЛЫРАҠ БУЛҺЫН ӨСӨН
Автор:Роза Сафина
Читайте нас