

Комитеттың ҡала активы 2023 йылдан эшләй. Комитеттың бурыстары: махсус хәрби операция барышында туғандарын (яҡындарын) юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам; беҙҙең Геройҙар тураһында хәтерҙе һаҡлау; йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү.
– Беҙҙең бер активисыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай, ни өсөн тигәндә, һуғыштың нимә икәнен ишетеп кенә белмәй. Ул күптән беҙҙең өйҙәргә инде. Хәҙер беҙҙең үҙ миссиябыҙ бар – ярҙам итеү миссияһы, һәм беҙ ҡулдан килгәнсә гуманитар, мораль һәм матди ярҙам күрһәтергә тырышабыҙ, - тип һөйләй Комитеттың етәксеһе Янина Рәшит ҡыҙы Волочаева. – Комитет көн һайын МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә тырыша: мөрәжәғәттәр ҡабул итә һәм уларҙы хәрби частар менән эшкәртә, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итә, консультация бирә, яҡындарын юғалтҡан ғаиләләргә ярҙам күрһәтә.
2025 йылдың авгусынан Комитет активы МХО яугирҙары йортонда (Дом СВОих) (Черноморская, 10 адресы) буйынса урынлашты.
Был уңайлы урында МХО Ветерандар ассоциацияһы менән берлектә Ватанды һаҡлаусыларҙы һәм уларҙың ғаиләләрен ҡабул итергә һәр ваҡыт әҙерҙәр.
Р.ЗАМАНОВА.
Фотолар Ватан яугирҙары комитеты сәхифәһенән алынды.