Ашҡаҙар
+10 °С
Облачно
Йәмғиәт
1 Мая , 03:00

Үҙ эшенең оҫтаһы

Гәзитебеҙҙең күптәнге тоғро дуҫы – “Инмаш”ҡа йәнә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Һәм был бәләкәй генә мәҡәләбеҙ ҙур предприятиеның алдынғы токары, Тимур Илдус улы ХӘСӘНОВ тураһында буласаҡ.

Үҙ эшенең оҫтаһыҮҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы

Тимур Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән һаңғырау, әммә был етешһеҙлек уға белем алып, яҡшы һөнәр үҙләштерергә һис тә ҡамасауламай. 2017-2019 йылдарҙа ул Силәбе ҡалаһындағы махсус училищела уҡый. Уҡыуын уңышлы тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһының “Ҡыҙыл пролетарий” акционерҙар йәмғиәтендә ике йыл тәжрибә туплай. Ҡатыны Мәликә менән Абдулла исемле ул тәрбиәләйҙәр. Уға әле 2 йәш, атаһын бик ныҡ ярата, һәм уның эштән ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ала сабый.

– “Ишмаш” заводында 2021 йылдың авгусынан алып эшләйем. Миңә бында бик оҡшай. Коллектив та һәйбәт, эш шарттары ла яҡшы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Тимур.

Әлеге көндә “Инмаш” предприятиеһында токарҙар араһында иң алдынғылар рәтендә ул. Участка начальнигы Людмила Кириллова Тимурҙы эшкә бик әүәҫ, яңы урында тиҙ күнекте һәм коллегаларының хөрмәтен яуланы, үҙ эшен ваҡытында һәм сифатлы башҡара, тип маҡтаны.

Радий Хәбиров:

– Стәрлетамаҡ беҙҙең өсөн – бөгөнгө көндә сәнәғәт, мәҙәниәт һәм мәғариф тармаҡтары буйынса үҫешкән ҡалаларҙың береһе һанала. Металл эшкәртеү, эшкәртеү сәнәғәте – бик ҡатмарлы эшмәкәрлек төрө. Ә “Инмаш” концерны яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә йәш һәм көслө команда эшләй, ул өлгәшелгәндәр менән генә сикләнмәй, ә производствоны артабан үҫтереү һәм яңыртыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләй.

Производство начальнигы Ольга Николаевна Высотина:

– Тимур беҙгә өсөнсө разряд менән килгән ине, хәҙер инде бишенсе разрядлы оҫта токарь. 2025 йылда Өфөлә үткәрелгән “Иң яҡшы токарь” конкурсында еңеп, диплом алды. Алсаҡ йөҙлө, эшһөйәр, намыҫлы, тырыш егет ул.

Ҡалабыҙ заводтары үҫешә һәм оҙайлы ваҡытлы перспективаларға инвестицион пландар ҡора. Әлбиттә, иң ҙур байлыҡ – эшселәр, уларҙың һәр береһе предприятиеның “алтын фонд”ын тәшкил итә. “Инмаш”та ла Тимур кеүек үҙ эшенең оҫталары йыйылған, улар менән тау-таш аҡтарырға мөмкин. Завод мөмкинлектәре сикле кешеләргә тормошта үҙ урынынын табырға ярҙам итә, шарттар булдыра. Тимур кеүек кешеләр физик мөмкинлектәре сикле булһа ла, тормошта юғалып ҡалмай, йәмғиәткә файҙа килтереп, үҙен табып йәшәй, рух көсө менән башҡаларға өлгө булып тора.

Гүзәл РӘМИЕВА.

Автор фотоһы.

Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Үҙ эшенең оҫтаһы
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас