

Ағас ултыртыуҙа ҡаланың “Чернобыль Союзы” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә, ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, хакимиәт башлығы урынбаҫарҙары, коммуналь хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре, Еңеү ирекмәндәре, кадет мәктәбе уҡыусылары, “Боҙ фениксы” йәштәр ойошмаһы әүҙемселәре ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрөп үткәндә, ядро һәләкәте эҙемтәләре һәм махсус хәүефле подразделениелар ветерандарының ликвидаторҙар аллеяһы беҙҙең ҡалала 2023 йылда барлыҡҡа килгәйне. “Чернобыль Союзы” рәйесе Леонид Константинович Быков:
– Был аллея ейәндәребеҙ, бүләләребеҙ өсөн ҡәҙерле иҫтәлек булып тора, тип билдәләне. – Бөгөн бында беҙ барлығы 350 кеше булдыҡ, һәләкәткә дусар ителгәндәрҙән бөгөн 111 кеше иҫән, шуға күрә беҙ беҙҙе хәтерләһендәр һәм белһендәр өсөн барыһын да мәңгеләштерәбеҙ.
Р.САФИНА.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.