

Беҙҙең республика биләмәһендә был осор яҡынса апрель башынан алып октябрь баштарына тура килә. Ошо ваҡытта янғын һағы подразделениеларының янып киткән кипкән үлән һәм сүп-сарҙы һүндереүгә сығыу осраҡтары ҡырҡа арта.
Ҡағиҙә булараҡ, был осорҙа рөхсәтһеҙ ҡоро сүп-сар яндрыу, йыш ҡына тәбиғәттә янғын сығыу осраҡтары теркәлә һәм шул сәбәпле йыш ҡына кешеләрҙең хужалыҡ ҡаралтылары, йорт-ҡураһы янып китә.
Май байрамдарында күптәребеҙ тәбиғәткә сығырға йыйына, шуға ла янғын хәүефе янаған осорҙа шуны киҫәтеп ҡуябыҙ:
– урмандан сыҡҡанда артығыҙҙан йыйыштырып, яҡҡан усағығыҙҙы һүндереп китергә онотмағыҙ.
Бәлә-ҡазанан һаҡланыу өсөн янғын хәүефһеҙлегенең ябай ғына ҡағиҙәләрен иҫегеҙҙә тотоғоҙ:
– бәләкәй балаларҙы, инвалидтарҙы, ҡарттарҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ. Өйҙән сығып киткәндә, уларҙы бикләп, янғын сыҡҡан осраҡта күрәләтә һәләкәткә дусар итәһегеҙ;
– үлән яндырмағыҙ. Янған үләндең көйөк еҫе үҫемлектәр һәм йәнлектәр өсөн дә, кеше өсөн дә зарарлы. Яҡҡан утты ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
– тәмәке төпсөгөн, тоҡандырған шырпыны ташларҙан алда ныҡлы һүндерегеҙ;
– ут сыҡҡанын күреп ҡалһағыҙ, урап үтмәгеҙ. Яна башлаған үләнде үҙегеҙ ҙә һүндерә алаһығыҙ. Урманға барырға йыйынғанда үҙегеҙ менән балта, көрәк һәм биҙрә алығыҙ. Төтөн еҫен һиҙеп ҡалғас та, яҡыныраҡ барып, нимә яныуын асыҡлағыҙ. Утты һыу менән һүндерегеҙ, өҫтөнә тупраҡ һибегеҙ, кәҫ һалығыҙ.
Көн ҡоро һәм елләп торғанда дауыл тураһында иҫкәртеү алғас, шулай уҡ янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән осраҡта янғын сығыу хәүефе булған эштәр башҡарыу, ҡороһары, сүп-сар яндырыу, усаҡ яғыу тыйыла:
– бина йорт-ҡура янындағы асыҡ урында тиҙ тоҡаныусан һәм яныусан шыйыҡсалар һәм яна торған газ тултырылған һауыттар ҡуйырға ярамай;
– ер участкаһы урман массивына яҡын урынлашҡан булһа, янғынға ҡаршы минералланған һыҙаттар булдырырға кәрәк;
– балаларға шырпы менән, зажигалкалар һәм башҡа асыҡ ут сығанаҡтары менән шаярырға рөхсәт итмәгеҙ!
Ялҡын йорт-ҡураны ялмап алыуы, ағастарға күсеүе бар.
Республика биләмәһендә йәки айырым райондарҙа янғын хәүефе артҡан осраҡта янғынға ҡаршы махсус хәүеф режимы индерелә. Ошо ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа ғәйепле граждандар административ яуаплылыҡҡа, оло янғын сыҡҡан осраҡта енәйәткә тарттырыла.
Әгәр янғын кеше һаулығына зыян килтерһә, граждандарға 40 000 һумдан 50 000 һумға тиклем штраф һалына.
Вазифалы кешеләргә 80 000 һумдан 100 000 һумға тиклем.
Юридик шәхестәргә 700 000 һумдан алып 800 000 һумға тиклем.
РФ Енәйәт кодексының 168-се статьяһына ярашлы (һаҡһыҙлыҡ арҡаһында кеше мөлкәтенә зыян килһә, мәҫәлән, үлән үртәгәндә ялҡын күрше бинаға күсһә): 120 000 һумға тиклем штраф һалына йәки бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә.
Енәйәт кодексының 261-се статьяһының 1-се өлөшө (Урман үҫентеләрен юҡ иткән өсөн):
300 000 һумдан 500 000 һумға тиклем штраф һалына йәки дүрт йылға иркенән мәхрүм ителеү хәүефе янай.
3-сө өлөшө: 1 000 000 һумға тиклем штраф һалына йәки 8 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү хәүефе янай.
Халыҡ йәшәгән һәм ойошмалар булған биләмәләрҙә биналар һәм ҡоролмалар араһы янып китеүсән ҡалдыҡтарҙан, ҡоро япраҡтарҙан, кипкән үләндән таҙартылып торорға тейеш. Һәр торлаҡ янында һыу тултырылған һауыт (мискә) йәки ут һүндергес булырға тейеш.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, янғын – ул ҡот осҡос хәл, ә янғында һәләк булыу – ғазаплы үлем. Үҙегеҙҙе уттан һаҡлағыҙ!
Янғын сыҡҡан осраҡта ашығыс хеҙмәт телефоны ярҙамға килгәнен онотмағыҙ. Стационар телефондан “01” һәм мобиль телефондан “101” йәки “112” һандары буйынса шылтыратырға була. 101 – янғын һағы һәм ҡотҡарыусылар. 112 – GSM стандартында ҡулланылған ашығыс ярҙам телефондарының береһе (112 һанын хатта телефон клавиатураһы блокировкаланғанда ла йыйып була).
Вячеслав ЕФРЕМОВ,
эске хеҙмәт полковнигы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының 14-се янғынҡотҡарыу отряды начальнигы.