Ашҡаҙар
+22 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Мая , 11:10

ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!

Бөйөк Еңеү көнө  айҡанлы тантаналы сара өсөнсө ветеранды –  Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллинды ҡотлау менән тамамланды.

ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!
ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!

Шәрифулла Сәйфулла улы  1927 Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. 1944  йылда армияға алына һәм Белоруссия-Литва дивизияһының 253-сө запас уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

Ул милли формированиеларҙы бөтөрөү операцияһында ҡатнаша. Ә демобилизациянан һуң ул 30 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ районында Юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй.

Ветеранды Советтар Союзы  Геройы Дәйләғәй Сирай улы Ноғоманов исемендәге 4-се мәктәп кадеттары тантаналы йөрөш менән  сәләмләне. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы органдары профиль кластарын күрһәтеүсе уҡыусылар республика һәм Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик ярыштарҙа, форумдарҙа һәм слеттарҙа еңеүселәр булып тора.

Ветеранды сәләмләп шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары –  Радик Ғәлимйәнов етәкселегендәге  “Иркен” гармунсылар ансамбле, йырсы Лилиә Ишембәтова сығыш яһаны.

Ветерандарҙы ҡотларға халыҡ күп йыйылды, балкондан ҡарап тороусылар ҙа күп булды. Барыһы ла донъялар имен булһын, Ер йөҙөнә тыныслыҡ килһен тигән теләктә таралышты.

Роза САФИНА.

Гүзәл РӘМИЕВА  һәм автор фотолары.

ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!
ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!
ДОНЪЯЛАР ИМЕН БУЛҺЫН, ЕР ЙӨҘӨНӘ ТЫНЫСЛЫҠ КИЛҺЕН!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас