

«Герой-Әсә» исеме Анжелика Шуматбаеваға бирелә. «Башсельхозтехника» МТК яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Лида Ноғоманова II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Рушанна Бабич һәм М.Ғафури исемендәге башҡорт академия театрының баш мөхәррире Динара Ҡәйүмова «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн»миҙалы менән бүләкләнде. «Башҡортостан» Ттелерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһы баш мөхәррире Миләүшә Йәғәфәрова «Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы»исеменә лайыҡ булды.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото: Башинформдан алынды.