Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Мая , 11:30

ОЛАТАЙЫМ – СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ!

Олатайым Сафа Хөзәм улы Хәсәнов 1916 йылдың 26 июнендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өмөтбай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

ОЛАТАЙЫМ – СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ!ОЛАТАЙЫМ – СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ!
ОЛАТАЙЫМ – СОВЕТТАР СОЮЗЫ ГЕРОЙЫ!

Ауылдарында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, 1933-1938 һәм 1940-1941 йылдарҙа “Ҡыҙылтау” колхозында бригадир, хисапсы, колхоз рәйесе булып эшләй. һуңғараҡ Стәрлетамаҡта совет-партия мәктәбен тамамлай.

1938-1940 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә һәм 1941 йылдың декабренән алып кесе лейтенанттар курсында уҡый, 1942 йылдың майынан фронтҡа алына.

 Миномёт взводы командиры гвардия кесе лейтенанты Сафа Хәсәнов Гомель өлкәһе Брагин районын азат иткән осорҙа батырлыҡ күрһәтә. 1943 йылдың 27 сентябрендә взвод тәүгеләрҙән булып Днепр йылғаһын аша сыға, баҫып алынған плацдармда дошмандың өс ут нөктәһен туҡтатып, эскадронға Днепр йылғаһын аша сығырға мөмкинлек бирә. Нивки ауылы өсөн һуғышта дошман уратып алған взвод сәғәт ярым дауамында дошман һөжүмен батырҙарса кире ҡаға.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 15 ғинуарындағы “Фронтта немец илба ҫарҙарына ҡаршы көрәштең хәрби бурыстарын өлгөлө үтәгәне һәм шунда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн” гвардия кесе лейтенанты Хәсәнов Сафа Хөзәм улына, Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалы тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

1946 йылдан алып 1969 йылға тиклем Стәрлебаш районында колхоз рәйесе, ауыл советы рәйесе булып эшләй ҡәҙерле кешебеҙ.

Олатайым 56 йәшендә Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында вафат булған һәм шунда ерләнгән.

Стәрлебаш районы Өмөтбай ауылында Советтар Союзы Геройы Сафа Хәсәновҡа бюст ҡуйылған. Беҙ уның менән һәр саҡ ғорурланып йәшәнек һәм йәшәйбеҙ!

Резида СӘҒИҘУЛЛИНА, ейәнсәре.

Фото мәҡәлә авторының шәхси архивынан алынды.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас