

Ветеран өсөн һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны. Тантананы 23-сө мәктәптең Росгвардия профилле кластары маршы йәнләндереп ебәрҙе. Әйткәндәй, был балалар төрлө кимәлдәге хәрби-патриотик ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеүҙәр яулай һәм призерҙар булып тора.
Үҙҙәрен хәрби данды өйрәнеүгә арнаған, намыҫ һәм батырлыҡ юлын һайлаған “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе егеттәре һәм ҡыҙҙары “Еңеү көнө” маршы аҫтында тигеҙ сафтарға теҙелеп үтте.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Петрович Герасимов 1926 йылда Стәрлетамаҡ районында тыуған. 1943 йылда Совет армияһына саҡырыла, 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында һуғыша, Ырымбур өлкәһендә ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнаша. Демобилизацияланғандан һуң ВНЗМ-да (“Востокнефтезаводмонтаж” предприятиеһында) хеҙмәт итә.
Роза САФИНА.
Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте һәм автор фотолары