

Ошондай матур байрам Стәрлетамаҡта ла гөрләп үтте. Үкенескә ҡаршы, ветерандарыбыҙ йылдан-йыл кәмей, әлеге ваҡытта ҡалабыҙҙа ни бары өс кенә ветеран ҡалған.
Ветерандарҙы ҡотларға улар йәшәгән йорт алдына ҡала хакимиәтенән, ветерандар Советынан, депутаттар, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ҡала халҡы йыйылды.
Тантаналы сара уңайынан “Танкистар маршы”, “Еңеү көнө” һәм һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны. Һәр герой өсөн шәхси байрам ойошторолдо – хәрби марштар, концерт номерҙары, кадеттарҙың парад марштары һәм йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
– Һеҙ беҙҙең һәммәбеҙ өсөн дә ҡаҡшамаҫ ихтыяр өлгөһө булып тораһығыҙ. Стәрлетамаҡ халҡы исеменән һеҙҙең алда түбәнселек менән баш эйәбеҙ. Еңеү өсөн рәхмәт Һеҙгә! – тип өндәште һәр ветеранға ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.
Беренсе парад Дуҫлыҡ урамы, 47-се йорт янында үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышы ветераны – Валентина Ивановна Соловьёваны ҡотлауҙан башланды. Валентина Ивановна 1926 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. Һуғыш башланғас, фронтҡа алһындар өсөн, ул шәфҡәт туташтары әҙерләү курсына уҡырға бара. Бының өсөн уға тыуған йылын бер йылға алдан тыуған тип – 1925 йылға үҙгәртергә кәрәк була. 1943 йылдың июленән 1945 йылдың авгусына тиклем Валентина Ивановна Беренсе Украина фронты составында һуғыша, ефрейтор исемен ала. Ул Курскиҙы, Конотопты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан ҡайтҡас, ул утыҙ йыл Стәрлетамаҡ районында Юл ремонт-төҙөлөш идаралығы мастеры булып эшләй.
Роза САФИНА.
Гүзәл РӘМИЕВА фотолары.