Ашҡаҙар
+14 °С
Облачно
Йәмғиәт
8 Мая , 11:45

ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Федоровка районының 90 өйлөк Оло Сытырман ауылынан 67 кеше фронтҡа алынған, шуларҙың яртыһы яуҙа башын һалған. Һуғышта ҡатнашыусылар араһында ошо ауыл кешеһе, минең атайым ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Абдулла Ғәлиулла улы ла бар.

ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!

Атайым, Ғөбәйҙуллин Абдулла Ғәлиулла улы 1926 йылғы. 1943 йылдың 1 ноябрендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. 17 йәшлек кенә егет һуғышта разведротала сапер-уҡсы булып хеҙмәт итә, көслө мылтыҡ-пулемет уты аҫтында эшләгәндә ҡыйыу һәм тәүәккәл эш итеп, беҙҙең разведчиктарға ирекле үтеүҙе тәьмин итә.

Ҡыҙылармеец Ғөбәйҙуллин II дәрәжә Суворов орденлы 267-се Сиваш уҡсылар дивизияһының Ҡыҙыл байраҡлы 848-се уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

1944 йылдың 3 октябрендә Юрмалциемс янында немецтарҙың контратакаһын кире ҡағыуҙа ҡатнашып яралана, әммә контратаканы тулыһынса кире ҡаҡҡанға тиклем хәрби поста ҡала.

1945 йылдың 26 ғинуары. Ҡыҙыл армеец А.Ғ.Ғөбәйҙуллин хеҙмәт иткән 267-се Сиваш дивизияһының гвардия полковнигы Шейн разведка командирына кисекмәҫтән беҙҙең оборонаның мина яланын миналарҙан таҙартып, ике рәт “Бруно” спирален киҫеп, тимер сыбыҡ ҡаршылыҡтарҙы алып, беҙҙең разведчиктарға юл асыу өсөн ашығыс бойороҡ бирә.

Абдулла Ғөбәйҙуллин хеҙмәт иткән разведрота командиры, бүлек командиры сержант Федор Сорокинды менән Абдулла Ғөбәйҙуллинды саҡырып ала ла, ошо бурысты үтәргә ҡәтғи бойороҡ бирә.

Разведчик-саперҙар миналар яланына табан шыуышып китә һәм бойороҡто үтәй башлайҙар. Шул мәлдә Юрмалциемс янында урынлашҡан немец дошмандары быларҙы һиҙеп ҡалып саперҙарға пулеметтан ут аса. Сержант Сорокин Ғөбәйҙуллинға пулемет нөктәһен юҡ итергә бойороҡ бирә. Ҡаты алыш башлана.

Көстәр тигеҙ булмай, немец һалдаттары саперҙарға яҡынлаша һәм шул ваҡыт Федор Сорокин ҡыҙылармеец Ғөбәйҙуллинға разведчиктарҙан ярҙам һорарға бойороҡ бирә.

 Был ваҡытҡа ҡыҙылармеец Ғөбәйҙуллин ҡаты яраланып өлгөрә, шунлыҡтан, бойороҡто үтәй алмауын әйтә. Шуға бәйле, сержант Сорокин үҙе ярҙам һорап китергә мәжбур була. Ҡыҙылармеец Ғөбәйҙуллин, бер үҙе яу яланында ҡалып, дошмандарға автоматтан ут аса. Шыуышып, тәгәрәп, урынын алыштырып, немецтар өҫтөнә гранаталар ташлай, үлемесле алыш башлана. Ҡаты алыш бара, Ғөбәйҙулин бер нисә диск һәм тиҫтәләгән граната менән һәм ППШ автоматынан немецтар өҫтөнә ут яуҙыра. Немец баҫҡынсыларына ата-ата утҡа тотоп, шыуышып бара торғас, Ғөбәйҙуллин тағы бер нисә тапҡыр яралана. Ул немец баҫҡынсыларын тулыһынса сигендергәнгә тиклем хәрби поста ҡала.

 Был тигеҙ булмаған алышта Ғөбәйҙуллин беҙҙекеләр килеп еткәнсе “Коса” пулемет нөктәһен һәм 50-гә яҡын дошман һалдатын юҡ итә.

Ике саперҙың ҡаһарманлығы һәм беҙҙең развечиктар килеп өлгөрөүе арҡаһында, немец ротаһы юҡ ителә.  

Шулай итеп, командованиеның ҡуйылған бурысы тулыһынса үтәлә һәм беҙҙең ғәскәрҙәргә дошман тылына үтеп инергә һәм немец гарнизондарын юҡ итеүгә юл асыла.

Шунан уны тиҙ арала тылға госпиталгә ебәрәләр, унда өс ай дауаланғандан һуң, атайымды тыуған яғына – Оло Сытырман ауылына – үҙ ғаиләһе янына ял итергә ҡайтаралар. Унда һалдатты бәләкәй генә улы Марс менән кәләше Мәрйәм көтөп тора.

1945 йылдың 22 июлендә демобилизациялана һәм тыуған “Салауат” колхозында балта оҫтаһы һәм һунарсы булып эшләй, ә әсәйем башланғыс класс уҡытыусыһы ине.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн атайым хәрби миҙалдар, ордендар менән бүләкләнә. Ә был бурысты үтәгән өсөн сержант Федор Сорокин һәм ҡыҙылармеец Ғөбәйҙуллин III дәрәжә Дан орденына лайыҡ була. Иң мөһиме: батыр яугирҙарыбыҙ икеһе лә һуғыштан тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Атайым менән әсәйем беҙгә ун бер балаға (!) ғүмер бирҙе.

Атайым 1976 йыла илле генә йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы. Әсәйем атайымдың вафатынан һуң төшөнкөлөккә бирелмәне, гөрләтеп донъя көттө, өряңынан өй һалып инде. Балаларына лайыҡлы белем һәм тәрбиә бирергә тырышты. Беҙ ошо нигеҙҙе һыуытмаҫҡа тырышабыҙ, яҙ етеү менән ҡайтып, йортҡураны йүнәтеп, йыйыштырып, тәртиптә тоторға тырышабыҙ. Әле бына ҡайтып, өйгә һыу үткәреп килдек. Ишек алды йәм-йәшел булып, күҙҙең яуын алып ята.

Ә быйыл май аҙағында атайым менән әсәйемдең тыуыуына йөҙ йыл тула. Ошо уңайҙан барлыҡ туғандар йыйылышып, атай-әсәйебеҙҙең яҡты рухын иҫкә алырға йыйынабыҙ. Атайым яҡлап та, әсәйем яҡлап та бөтә олатайөләсәйҙәрҙе, ир туғандарҙы ла, ҡатынҡыҙ туғандарҙы ла, хатта кейәүҙәрҙе һәм килендәрҙе лә индереп ҙур шәжәрә төҙөнөк. Балаларыбыҙ, балаларыбыҙҙың балалары нәҫел ағасын белеп үҫһен тип тырышабыҙ.

Ғирфан ҒӨБӘЙҘУЛЛИН,

хеҙмәт ветераны, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

 Фотолар ғаилә архивынан алынды.

ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
ЯУГИР АТАЙЫМ ИЛЛЕГӘ ЯҠЫН ДОШМАН ҺАЛДАТЫН ЮҠ ИТКӘН!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас