Ашҡаҙар
+22 °С
Болотло
Йәмғиәт
9 Май , 13:20

БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА

Гагарин паркында “Стәрлетамаҡ легендалары” күргәҙмәһе асылды.

БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛАБЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА

Еңеү көнө алдынан ҡалабыҙҙың Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркындағы сәнғәт галереяһында “Стәрлетамаҡ легендалары” исемле күргәҙмә асылды. Ҡалабыҙҙың 260 йыллыҡ юбилейына арналған был бай экспозиция уның халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға ҙур  бүләк булып тора.

Сараға йыйылыусыларҙы күргәҙмәне асыу һәм Еңеү көнө айҡанлы ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов һәм “Галактика” күңел асыу үҙәге директоры Рафаэль Мифтахов  сәләмләне.

Дөйөм республика Тынлыҡ минуты сиктәрендә, бер минут тынлыҡ менән  Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, партизандарҙы, тыл хеҙмәтсәндәрен, концлагерь тотҡондарын, блокадасыларҙы, һәм шулай уҡ махсус хәрби операция һәм башҡа локаль конфликттар барышында  хәрби заданиеларҙы үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе һәм доброволецтарҙы хөрмәтләп иҫкә алдылар.

 

– Беҙ бөгөн Стәрлетамаҡ тураһында һөйөү һәм ихтирам менән һөйләүсе күргәҙмә асабыҙ. Ул Тоҙ пристаненән алып ҙур юл үтеп, сауҙагәрҙәр, эре сәнәғәт, мәҙәниәт үҙәгенә әйләнгән һәм әлеге ваҡытта үҙ үҙенсәлеген һәм көсөн һаҡлап, үҫешен дауам итеүсе ҡала булып тора.

 “Стәрлетамаҡ легендалары” ул үткәндәргә бер ҡараш ҡына түгел, ул – ҡаланың бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһында уйланырға саҡырыу. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ уның тарихының бер өлөшө булып тороуы тураһында.

Ошо күргәҙмә осрашыуҙар, хәтирәләр, асыштар һәм ғәзиз Стәрлетамағыбыҙ менән ғорурланыу урыны булһын әйҙә! - тип өндәште унда йыйылыусыларға “Стәрлетамаҡ легендалары”  күргәҙмәһенең идеологы Мифтахов Рафаэль Камил улы.

– Стәрлетамаҡ –  тәрән, көслө, күп яҡлы тарихлы ҡала. Уның яҙмышы  мәҙәниәттәр, юлдар, йылғалар, һөнәрҙәр, кеше яҙмыштары киҫешкән урында барлыҡҡа килгән, - тине сараны алып барыусы Мәҙинә Собханғолова.

Бик матур йөкмәткеле сараны ҡалабыҙҙың Ж.Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһы уҡыусыһы Айбулат Мансуровтың ҡурай моңдары һәм бейеүе тағы ла нығыраҡ байытып ебәрҙе. Тимәк, алмашҡа киләсәкте үткәндәр менән тоаштырыусы лайыҡлы быуын үҫеп килә!

Әлбиттә, бер күргәҙмәгә генә Стәрлетамаҡтың бай тарихын  һыйҙырып булмай. Шуға ла “Стәрлетамаҡ легендалары”  оло юлдың башы ғына. Июнь айында Гагарин паркында асыҡ һауала Стәрлетамаҡтың үҙенсәлекле характерын һәм мәҙәниәтен ентекләп асып һаласаҡ музей асыу планлаштырыла, тип билдәләне уны ойоштороусылар.

Яңы экспозициянан тыш, галереяла ҡала халҡына инде таныш булған “Төньяҡ амурҙары” (1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙары тураһында), “Беҙ  ҙур осош кешеләре” (космонавтика тарихы тураһында) һәм Үҙ геройҙарыбыҙ (“СВОи герои”) (махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған) күргәҙмәләр эшләүен дауам итәсәк.

Әйткәндәй, галерея фондына шәхси архивында һаҡланған Стәрлетамаҡ тарихына бәйле фотографияларҙы килтерергә була.

Гагарин паркы –  ғаилә менән ял  итеү, осрашыуҙар, ҡала байрамдарын уҙғарыу урыны ғына түгел, ә иһә хәтер, тарих, ғәзиз ҡалабыҙға һөйөү һәм уның яҙмышын булдырған кешеләргә ихтирам киңлегенә әйләнә бара. Шуға күрә был ваҡиға Стәрлетамаҡ тураһында һүҙ йөрөтөү генә түгел, ә иһә Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған, тылда эшләгән, илебеҙҙе тергеҙгән һәм беҙгә йәшәргә, ижад итергә, үҙ еребеҙ менән ғорурланырға хоҡуҡ биргән һәр кемде иҫкә алыу өсөн бер сәбәп булды.

Ошо уҡ көндө “Галактика”ның директоры Рафаэль Мифтахов сараға килеүселәр өсөн парктағы аттракциондар буйлап экскурсия ойошторҙо. Шуныһы күҙгә бәрелеп тора: парк бер урында тормай, заман менән бергә алға бара, камиллаша, үҫешә. Бында һәр нәмәнең үҙ тәғәйенләнеше. Был инде  “Галактика” күңел асыу селтәре һәм парк етәкселегенең ижади ҡарашлы, юғары мәҙәниәтле  булыуын күрһәтә.

 

Роза САФИНА.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте фотолары.

 

 

БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
БЫНДА ТЕРЕ ТАРИХ ҺЫНЛАНДЫРЫЛА
Автор:Роза Сафина
Читайте нас