

Һәр ветеран өсөн шәхси парад!
Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яҙының 81 йыллығын ҡаршы алыу, ғәҙәттәгесә, күпкә алданыраҡ башланып китте. Уҡыу йорттарында, башҡа учреждениеларҙа осрашыуҙар, спорт һәм мәҙәни саралар, акциялар ойошторолдо. Шулай уҡ быйыл бөтә мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре “Мәңгелек ут” һәйкәленә сәскәләр һалды.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары рәттәре һирәгәйә бара һәм Стәрлетамаҡта улар дүртәү генә ҡалды. Улар ҙа һаулығы буйынса, үкенескә ҡаршы, төп парадты барып күрә алмай. Тыуған илебеҙҙең төп байрамы – Бөйөк Еңеү көнө алдынан улар өсөн шәхси парадтар үтте.
“Ветеран йорто янында парад” Бөтә Рәсәй патриотик акцияһы сиктәрендә 2019 йылдан бирле илебеҙҙең барлыҡ ҡалаларында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәр ветеран өсөн шәхси парадтар уҙғарыла. Ошондай матур байрам Стәрлетамаҡта ла гөрләп үтте. Ветерандарҙы ҡотларға улар йәшәгән йорт алдына ҡала хакимиәтенән, ветерандар Советынан вәкилдәр, депутаттар, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм ҡала халҡы йыйылды.
Тантаналы сара уңайынан “Танкистар маршы”, “Еңеү көнө” һәм һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны. Һәр герой өсөн шәхси байрам ойошторолдо – хәрби марштар, концерт номерҙары, кадеттарҙың парад марштары һәм йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
– Һеҙ беҙҙең һәммәбеҙ өсөн дә ҡаҡшамаҫ ихтыяр өлгөһө булып тораһығыҙ. Стәрлетамаҡ халҡы исеменән һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. Еңеү өсөн рәхмәт Һеҙгә! – тип өндәште һәр ветеранға ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов
Беренсе парад Дуҫлыҡ урамы, 47-се йорт янында үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Валентина Ивановна Соловьёваны ҡотлауҙан башланды. Валентина Ивановна 1926 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. Һуғыш башланғас, фронтҡа алһындар өсөн, ул шәфҡәт туташтары әҙерләү курсына уҡырға бара. Бының өсөн уға тыуған йылын бер йылға алдан тыуған тип, 1925 йылға үҙгәртергә кәрәк була. 1943 йылдың июленән 1945 йылдың авгусына тиклем Валентина Ивановна Беренсе Украина фронты составында һуғыша, ефрейтор исемен ала. Ул Курскиҙы, Конотопты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан ҡайтҡас утыҙ йыл Стәрлетамаҡ районында Юл ремонттөҙөлөш идаралығы мастеры булып эшләй.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан шулай уҡ шәхси парадтарҙы һуғыш ветераны Александр Петрович Герасимов ҡабул итте (5-се биттә өҫтән 1-се фото). Ветеран өсөн һуғыш йылдарындағы йырҙар яңғыраны. Тантананы 23-сө мәктәптең Росгвардия профилле кластары маршы йәнләндереп ебәрҙе. Әйткәндәй, был балалар төрлө кимәлдәге хәрби-патриотик ярыштарҙа күп тапҡырҙар еңеүҙәр яулай һәм призерҙар булып тора.
Үҙҙәрен хәрби данды өйрәнеүгә арнаған, намыҫ һәм батырлыҡ юлын һайлаған “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе егеттәре һәм ҡыҙҙары “Еңеү көнө” маршы аҫтында тигеҙ сафтарға теҙелеп үтте.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Петрович 1926 йылда Стәрлетамаҡ районында тыуған. 1943 йылда Совет армияһына саҡырыла, 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында һуғыша, Ырымбур өлкәһендә ядро ҡоралын һынауҙа ҡатнаша. Демобилизацияланғандан һуң ВНЗМ-да (“Востокнефтезаводмонтаж” предприятиеһында) хеҙмәт итә.
Бөйөк Еңеү көнө айҡанлы тантаналы сара өсөнсө ветеранды – Шәрифулла Сәйфулла улы Фәйзуллинды ҡотлау менән тамамланды.
Шәрифулла Сәйфулла улы 1927 йылда Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. 1944 йылда армияға алына һәм Белоруссия-Литва дивизияһының 253-сө запас уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Ул милли формированиеларҙы бөтөрөү операцияһында ҡатнаша. Ә демобилизациянан һуң 30 йылдан ашыу Стәрлетамаҡ районында Юл ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй.
Ветеранды Советтар Союзы Геройы Дәйләғи Сирай улы Ноғоманов исемендәге 4-се мәктәп кадеттары тантаналы йөрөш менән сәләмләне. Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы органдары профиль кластарын күрһәтеүсе уҡыусылар республика һәм Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик ярыштарҙа, форумдарҙа һәм слеттарҙа еңеүселәр булып тора.
Ветеранды сәләмләп шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы артистары Радик Ғәлимйәнов етәкселегендәге “Иркен” гармунсылар ансамбле, йырсы Лилиә Ишембәтова сығыш яһаны.
Ветерандарҙы ҡотларға халыҡ күп йыйылды, балкондан ҡарап тороусылар ҙа күп булды. Барыһы ла донъялар имен булһын, Ер йөҙөнә тыныслыҡ килһен тигән теләктә таралышты.
Стәрлетамаҡ тарихы – ҡаһарманлыҡ өлгөһө!
9 майҙа Стәрлетамаҡ бөтә ил менән бергә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләне. Байрам саралары бөтә ҡаланы солғап алды: тантаналы сәскәләр һалыу тантаналарынан алып киң күләмле йөрөүгә һәм парктарҙа тематик майҙансыҡтар эшенә тиклем.
Байрам иртәһе бер минут тынлыҡ һәм сәскәләр һалыуҙан башланды. Ҡыҙыл ҡәнәфер тотҡан кешеләр ағымы ҡаланың төп мемориалдары аша үтте: “Мәңгелек ут” мемориаль комплексы, яугиринтернационалистар стелаһы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар мемориалы. Артабан тантаналы саралар Г.К.Жуков исемендәге скверға күсте. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, почетлы ҡунаҡтар – БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов, Рәсәй хәрбидиңгеҙ флоты контр-адмиралдары Александр Дьяконов һәм Батыргәрәй Зөлҡәрнәев, ҡала Советы рәйесе Игорь Сыров, ҡала Ветерандар советы рәйесе Тәлғәт Ғәбитов һәм ҡала Советы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттар менән берлектә, маршал Жуков бюсы, тыл хеҙмәтсәндәре һәм һуғыш балалары һәйкәле янында геройҙарҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Парад һәр ваҡыттағыса төп иғтибарҙы йәлеп итте. Байрам парады Еңеү байрағын сығарыу һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы хәрби комиссары, Парад менән командалыҡ итеүсе Анатолий Ревуновтың телмәре менән асылды. Ҡала халҡына ҡотлау һүҙҙәре менән Эмиль Шәймәрҙәнов, Рөстәм Ғәзизов, Тәлғәт Ғәбитов һәм Александр Дьяконов мөрәжәғәт итте.
– Еңеү көнө халҡыбыҙҙың бөйөк батырлығы, берҙәмлеге, ҡаһарманлығы һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяры символы булып мәңге ҡаласаҡ. Был изге дата, илебеҙҙә төп һәм иң яратҡан байрам. Яҡташтарыбыҙ, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре бөйөк Еңеүгә ҙур өлөш индерҙе. Һәм улар тураһында иҫтәлек мәңге йәшәйәсәк, беҙ бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, – тине ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Владиславович.
Ҡалған сығыш яһаусыларҙың телмәрендә лә беҙгә яҡты көндәр, аяҙ күктәр бүләк иткән көслө рухлы, ҡурҡыу белмәҫ яугирҙарға, һуғыш ветерандарына, тыл ветерандарына, һуғыш балаларына ҡарата мәңгелек дан һәм ихтирам һүҙҙәре яңғыраны.
Йыйылыусыларға сәләмләү һүҙҙәре менән Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов мөрәжәғәт итте:
– Халҡыбыҙ өсөн 9 Майҙан да иҫтәлекле көн юҡ. Был көн быуындарҙы берләштерә һәм йөрәктәребеҙҙе Ватан өсөн ғорурлыҡ менән тулыландыра. Стәрлетамаҡ тарихы республика һәм ил йылъяҙмаһына мәңгелеккә батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булараҡ яҙылған. Ҡала халҡының хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары ысын патриотизм һәм ҡаҡшамаҫ ихтыяр символы булып тора. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 28 Стәрлетамаҡ кешеһе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Бөгөн беҙ быуындар бәйләнешен күрәбеҙ: фронтовиктарҙың батырлыҡтарында хәҙерге Ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләнә. Улар, ата-бабалары кеүек үк, илебеҙҙе нацизмдан һәм фашизмдан батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ менән яҡлай! – тип ғорурланды Рөстәм Фәрит улы.
Ленин проспекты буйлап парад расчеттары: профилле класс уҡыусылары (Федераль именлек хеҙмәте, кадет, полиция, аэройыһан, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Росгвардия һәм “Шайморатовсылар”), “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре, “Хоҡуҡ һаҡлау эше” һөнәре студенттары, төрлө ғәскәрҙәр һәм хәрби хәрәкәттәр ветерандары үтте. Парадта бөгөнгө көн геройҙары – МХО яугирҙары коробкаһы ла тантаналы итеп үтеүе сараға айырыуса мәғәнә өҫтәне. Парадты барабансылар төркөмө һәм “Еңеү” спартакиадаһы еңеүселәре сығышы ла биҙәне. Марш “Еңеү көнө” йырын башҡарыу менән тамамланды.
Селтәр үреү, күргәҙмәләр һәм тактик күнекмә
“Еңеү паркында иһә “Ватан” хәрби-патриотик берләшмәһе тәрбиәләнеүселәре һуғыш тураһында үткер шиғырҙар уҡыған арала ҡунаҡтар тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм “Ҡара генерал” отряды эҙәрмәндәре тәҡдим иткән ҡорал һәм хәрби кейем күргәҙмәһендә тарихты күҙ алдына баҫтыра алды. Ирекмәнлек эшмәкәрлегенә айырыуса иғтибар бүленде: ҡала халҡы маскировка селтәрҙәрен үреүҙә ҡатнашты, “Отклик” отряды ҡотҡарыусылары менән аралашты һәм Хәрби-диңгеҙ оборонаһында ҡатнашыусыларға ярҙам итеү үҙәге эше менән танышты. Байрам рухын ҡайнар сәй менән ялан бутҡаһының хуш еҫе лә байытты.
Шулай уҡ бөгөнгө тарих та иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Махсус хәрби операция мемориалы янында “Геройҙар аллеяһы”, “Герой әсәһе”, “Герой ҡатыны” һәм башҡа фотокүргәҙмәләр ойошторолдо. Ватан яугирҙары ғаиләләре комитеты майҙансығында ҡала халҡы фронтҡа яугирҙарға хаттар яҙҙы, һәләк булғандар иҫтәлегенә “аҡ торналар” ҡырҡып осорҙо һәм тактик медицина күнекмәләрен дә үҙләштерҙе. “Купец-молодец” йәрминкәһендә иһә йәш һөнәрселәр ҡул эштәрен тәҡдим итте.
Дуҫлыҡ теле тантана итте!
Байрам ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында гөрләп торҙо. Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда техника күргәҙмәһе урынлаштырылды. Ә эргәлә генә ҡалабыҙҙың ижади коллективтары ҙур концерт ҡуйҙы.
Ҡала мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Бөйөк Еңеү яҙы” тип аталған байрам концертын илленән ашыу сығыш биҙәне. Был байрам концерты ҡала халҡының бөтә быуындарын берләштерҙе: олоһо ла, кесеһе лә концерт майҙанына ағылды.
Ҡалабыҙҙың ижади коллективтары һуғыш йылдарындағы йырҙарҙы, инструменталь әҫәрҙәр, бал бейеүҙәрен һәм заманса хореографик композицияларҙы башҡарҙы. Унда рус, башҡорт, татар йырҙарынан тыш, туғандаш халыҡтар йырҙары ла яңғыраны.
Сығыштар ниндәй генә телдә башҡарылһа ла, һәммәбеҙҙе лә башҡаса һуғыштар булмаһын, беҙ бәхетле йәшәһен өсөн йәндәрен фиҙа ҡылғандарҙы, һәм әле лә фашизмға ҡаршы көрәшеүселәрҙе иҫтән сығармайыҡ, тигән уй-теләктәр берләштерҙе.
Әлбиттә, “Һомай”һыҙ концерт буламы һуң?! Был йыр ҙа яңғыраны сәхнәнән. Ни тиһәң дә, беҙ бит Урал батыр тоҡомдары!
– Беҙ ҡаланың иң шәп коллективтарын һайлап алабыҙ ҙа, Еңеү көнө арналған мәҙәни сара көнүҙәк һәм заманса булһын, кешеләргә ҡарарға һәм тыңларға ҡыҙыҡлы булһын өсөн репертуарҙы ентекләп уйлайбыҙ. Һәр коллектив күңел торошо һәм атмосфераһы буйынса ҡабатланмаҫ тәьҫораттар бүләк итте. Ҡала халҡы концерт ҡарарға килеп, милли традицияларға ҡарата йөрәген асып, рухын нығытып, күңелен байытып, дуҫлыҡ тойғоһона һәм бәхеткә төрөнөп ҡайтып китә, – тип билдәләп үтте Еңеү көнө айҡанлы концерттың ҡуйыусы режиссёры Раиса Мусихина.
Әйткәндәй, ул көндө Гагарин исемендәге паркта ла көнө дауамында патриотик майҙансыҡтар һәм тематик зоналар эшләне, Еңеү йырҙары яңғырап торҙо. Был көндө яугир ата-бабаларының яҡты рухын иҫкә алып, портреттарын тотоп йөрөүселәр ҙә күп ине. Улар араһында ирҙәре махсус хәрби операцияла һәләк булған Лена Мусина менән Инара Яҡупова ла бар.
Алдағы Еңеү көндәрен дә именлектә ҡаршылап, бер-беребеҙҙе туғандарҙай күреп, бер ҙур ғаилә булып, берҙәмлектә-татыулыҡта йәшәргә яҙһын!
Байрам сараларынан фоторепортажды Р.САФИНА, Р.ҒӘЛИМОВА, Р.МАНСУРОВ, Ә.МАНСУРОВА (фото), Г.РӘМИЕВА (фото) әҙерләне.