

Төп үҙгәрештәр Киров исемендәге парктан алып Рус драма театрына тиклемге йәйәү йөрөү зонаһында көтөлә, шулай уҡ Киров паркы – Стәрлетамаҡ халҡы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” (“Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты) федераль программаһында ҡатнашыу өсөн тап ошо биләмәне һайланы.
Йәйәү йөрөү зонаһында эштәр әле башланып ҡына тора. Иҫке асфальт аҡтарып ташланылды, тиҙҙән брусчатка түшәү өсөн нигеҙ әҙерләй башлясаҡтар.
Ә Киров паркында төп эштәр тамамланған, әле подрядсы парк парк ҡала халҡының күңелен күрер өсөн, гарантия йөкләмәләре сиктәрендә, ваҡ-төйәк етешһеҙлектәрҙе бөтөрә.
Шул уҡ ваҡытта алдағы йылда төҙөкләндереләсәк объекттар өсөн тауыш биреү дауам итә.
Тәҡдим ителгән варианттар менән “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында zagorodsreda.gosuslugi.ru. ошо һылтанма аша танышырға һәм оҡшағанын һайлап алырға була. Ҡала үҫешенең авторҙашы булығыҙ – һеҙҙең тауышығыҙ хәл иткес була ала.
Ҡала хакимиәте мәғлүмәте буйынса: Р.ЗАМАНОВА.