Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
15 Мая , 09:00

“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”

Бөгөн ҡалабыҙҙың 35-се балалар баҡсаһында Хәтер  стенаһын асыу тантанаһы булды. Унда  Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Ҡотлошин,  мәғрариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлнур Илмәтова, Геройҙың ҡыҙы Сәғиҙуллина Зилә Сафа ҡыҙы, махсус хәрби операцияла ҡатнашып һәләк булған Руслан Зөбәйеровтың ата-әсәһе  Винер Урал улы һәм Флизә Хәбибулла ҡыҙы Зөбәйеровтар, Валерий Третьяковтың әсәһе Третьякова Валентина Васильевна һәм “Ашҡаҙар” гәзитенең баш мөхәррире Рәмил Мансуров ҡатнашты.

“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары үҙәгендә – данлыҡлы яҡташыбыҙ, Советтар Союзы Геройы, кесе лейтенант, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының миномет взводы командиры Хәсәнов Сафа Хужам улы, - тип башланы һүҙен Сафа Хәсәновтың ейәнсәре, 35-се балалар баҡсаһы мөдире Резида Сәғиҙуллина. –

– Олатайым һуғышҡа бәйле хәтирәләре тураһында шәхси көндәлек алып барған. Ул  1945 йылдың 24 июнендә Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында уҙғарылған Беренсе тарихи Еңеү Парадында ҡатнашҡан, - тип һөйләне Герой олатаһы тураһында ул сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо менән. – 1945 йылдың май аҙағында Маршал Георгий Жуков уны шәхсән Берлиндан саҡырып алып,  Парадта ҡатнашасағы тураһында иғлан итә. Советтар Союзы маршалдары  Василевский, Рокосовский, Ворошилов, Воронов, Хрущев һәм Андреевтар менән бергә репетиция үткәрәләр, стадионда футбол ҡарайҙар...”

Әйткәндәй,  “Ашҡаҙар” гәзитенең 9 Майға арналған һанында Сафа Хәсәнов  тураһында уның мәҡәләһе баҫылып сыҡты.

Резида Рөстәм ҡыҙы ошо бинала Геройға арнап бик бай йөкмәткеле Хәтер стенаһы булдырған. Хәтер стенаһы – ул ике һуғышты, ике дәүерҙе тоташтырыусы, беҙҙең атай-олатайҙар, өләсәйҙәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балаларын берләштереүсе биләмә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2021 йылда легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан иҫтәлекле урындарҙа булғанда  былай тигәйне: “Красный Луч  ҡалаһындағы проспекттың иң башында мемориаль таҡтаташты күреп ғәжәпләнеү ҡатыш ғорурландыҡ. Унда былай  тип яҙылған – был урам Советтар Союзы Геройы Сафа Хужам улы Хәсәнов исемен йөрөтә. Урамға был исем Советтар Союзы заманында уҡ бирелгән”.

 

2022 йылда   Луганск өлкәһенең Красный Луч ҡалаһындағы 29-сы мәктәпкә  шулай уҡ Сафа Хәсәновтың исеме бирелгән. Кадет класы һәм мәктәп Герой исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә.

2022 йылда Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылында Сафа Хәсәнов исемендәге музей асылған һәм мәктәпкә Геройҙың исеме бирелгән.

1975 йылда уға һәйкәл ҡуйылған, мемориаль таҡтаташ асылған. Шулай уҡ район үҙәгендә Сафа Хәсәновҡа бюст ҡуйылған. Ҡаһарман яҡташыбыҙ һуғыштан һуң тыуған яҡҡа ҡайтып, ғүмеренең аҙағынаса тыуған колхозына хеҙмәт итә. 1973 йылда 57 йәшендә донъя ҡуя.

 

– Атайымдың аҡылы,  тәжрибәһе, рухы  беҙгә һәр ваҡыт ярҙам итеп тора. Ул  беҙҙе ныҡышмалы,  изгелекле булырға, хеҙмәт ҡәҙерен һәм кеше ғүмеренең ҡәҙерен белергә өйрәтте, ҡиммәтле һабаҡтар һәм  нәсихәттәр ҡалдырҙы - ти Геройҙың ҡыҙы Зилә Сафа ҡыҙы Сәғиҙуллина. – Кейәүебеҙ Зиннәтуллин Илшат Радик 2022 йылдың июленән махсус хәрби операцияла. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын.

Данлыҡлы яҡташыбыҙ  балаларының, ауылдаштарының, районының ғына ғорурлығы түгел, халҡыбыҙ өсөн, республикабыҙ өсөн, илебеҙ өсөн ҡаһарманлыҡ өлгөһө һәм ғорурлыҡ символы булып тора.

...77 йылдан һуң йәнә беҙҙең ир-аттарыбыҙ Тыуған илде яҡлап сафҡа баҫты. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙ батырлыҡ, тәүәккәллек, тоғролоҡ бурысына тоғро ҡала. 35-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәренең улдары ла ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәй, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтә.

Үкенескә ҡаршы, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай...

Зөбәйеров Руслан,  2023 йылдың  ноябрендә Луганск өлкәһендә һәләк булған. Батырлыҡ ордены, Шайморатов генерал ордены менән бүләкләнгән. Уға ни бары 33 кенә йәш булған, ике ҡыҙы менән ҡатыны тол ҡол ҡалған.

Третьяков Валерий – хәрби, күп йылдар Ватан алдында бурысын үтәгән һуң махсус хәрби операцияға юлланған,  2026 йылдың  февралендә һәләк булған. “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.

Ошо балалар баҡсаһында  тәрбиәләнеүсе Литвиненко Мартин һәм Ласькова Ксенияның  аталары ла яу яланында һәләк булған.   35-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Елена  Николаевна Чернушинаның улы  Чернухин Михаил Евгеньевич 2022 йылдың  сентябренән  Тыуған илде яҡлап яуға киткән. Иҫән-һау ғына йөрөһөн инде.

Беҙҙең имен тормошобоҙ өсөн яуаплылыҡ йөгө улар иңендә, бында бер нисек тә һайлап булмай. Яҡындары бәхетле йәшәһен тип, күгебеҙ аяҙ, тыныс булһын тип, улар көн һайын батырлыҡ ҡыла. Эйе, уларға ҡурҡыныс, уларға ҡыйын. Үҙҙәре әйтмешләй, “Әгәр беҙ ҙә бармаһаҡ, кем барыр?” тигән һүҙҙәр оран-өндәмә булы яңғырай.

Тиҙерәк ергә тыныслыҡ килһен, яугир иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын инде егеттәребеҙгә.

 

Р.САФИНА.

Автор фотолары.

 

 

“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
“БЕҘ ЯҠЛАМАҺАҠ, КЕМ ЯҠЛАР?”
Автор:Роза Сафина
Читайте нас