Ашҡаҙар
+23 °С
Облачно
Йәмғиәт
18 Мая , 12:40

ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!

Октябрьский ҡалаһында  Ғата Сөләймәнов исемендәге XXV республика Ҡурай байрамы үтте.

ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!
ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!

Сарала республикабыҙҙың 30-ға яҡын муниципаль берәмегенән һәм Силәбе өлкәһенән йәмғеһе 400 артист ҡатнашты.

Музыканттарҙың  рекордлы һанын йыйған Ҡурай байрамы-2026 конкурсында Стәрлетамаҡтан Динар Абдуллин  Гран-при яуланы. Ул үҙенең виртуоз башҡарыуы һәм артистизмы  менән  тамашасыларҙың һәм жюриҙың йөрәген әсир итте. Уға еңеүсе дипломы һәм 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.

Данлыҡлы ҡурайсыны ихлас ҡотлайбыҙ һәм артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!

Р.УСМАНОВА.

Фотолар социаль селтәрҙәргәге асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!
ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!
ДИНАР АБДУЛЛИН ГРАН-ПРИ ЯУЛАНЫ!
Автор:Роза Сафина
Читайте нас