Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Мая , 04:55

Ирекмәндәребеҙ Дағстанға ярҙам итә

“Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡташтарын бәләгә ҡалдырмай. Партияның әүҙемселәре һәм ирекмәндәре, “Дағстан сиге” гуманитар лагерында ҡатнашыусылар тәбиғи афәттән зыян күргән райондарҙа адреслы эш алып бара.

Ирекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итәИрекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итә
Ирекмәндәребеҙ Дағстанға ярҙам итә

Юридик ярҙамға айырым иғтибар бирелә. Волонтерҙар Хасавюрт районы Адилутар ауылы халҡы менән осрашҡан да инде.

Ирекмәндәр араһында Стәрлетамаҡтан Марат Филғәт улы Фәтҡуллин да бар, ул Дағстанға юрист-волонтер булараҡ юлланған.

- Башлыса кешеләр иң мөһим һорауҙар менән мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, мөлкәтен тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтҡан өсөн түләү тәртибе, күсемһеҙ милеккә документтар әҙерләү, ғаризалар төҙөү һәм белешмәләр алыу, - тип аңлата Марат.

Волонтерҙар квалификациялы аңлатмалар бирә һәм документтарҙы рәсмиләштереүҙә ярҙам итә. Бындай ярҙам хәҙер тәбиғәт афәтенән зыян күргән һәр кемгә кәрәк.

 Эш “Берҙәм Рәсәй” партияһы Халыҡ программаһы буйынса уҙғарыла.

Р.ЗАМАНОВА.

Фотолар ҡала хакимиәте сайтынан алынды.

Ирекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итә
Ирекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итә
Ирекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итә
Ирекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итә
Ирекмәндәребеҙ  Дағстанға ярҙам итә
Ирекмәндәребеҙ Дағстанға ярҙам итә
Автор:Роза Сафина
Читайте нас