Ашҡаҙар
+21 °С
Ясно
Йәмғиәт
21 Мая , 12:20

Рөстәм Нәбиев: “Эверестың башына ҡулдарымда ғына мендем!”

 Белеүебеҙсә, билдәле блогер, спортсы Рөстәм Нәбиев социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә Эверест түбәһенә артыласағы тураһында яҙғайны. Ниһайәт, ул 20 майҙа, Непал ваҡыты буйынса иртәнге 8 сәғәт 16 минутта донъялағы иң бейек тауҙың башына менеп етте!  

Рөстәм Нәбиев: “Эверестың башына ҡулдарымда ғына мендем!”Рөстәм Нәбиев: “Эверестың башына ҡулдарымда ғына мендем!”
Рөстәм Нәбиев: “Эверестың башына ҡулдарымда ғына мендем!”

Рөстәм Нәбиев үҙе әйтеүенсә, бындай хәл альпинизм тарихында тәүге тапҡыр, эш шунда: ул Эверест түбәһенә ҡулдарында ғына менеп еткән. “Мин был артылыуҙы әле мине күҙәткән һәр кемгә бағышлайым. Был ҡылыҡ менән бер генә нәмә әйтергә теләйем: ахырғаса тиклем көрәшегеҙ, зинһар!" - тип яҙған Нәбиев, Эверест түбәһендә плакат тотоп төшкән фотоһын беркетеп.

Р.ЗАМАНОВА.

Фото: Р. Нәбиев.

Автор:Роза Сафина
Читайте нас