Ашҡаҙар
+21 °С
Ясно
Йәмғиәт
21 Мая , 09:55

Һыу инеү миҙгеле башланмаған, ә һыу ҡорбандары әле үк бар...

Башҡортостанда һыу инеү миҙгеле 1 июндән башлана, был көндә Стәрлетамаҡта өс рәсми пляж асыласаҡ.

Һыу инеү миҙгеле башланмаған,  ә һыу ҡорбандары әле үк бар...Һыу инеү миҙгеле башланмаған,  ә һыу ҡорбандары әле үк бар...
Һыу инеү миҙгеле башланмаған, ә һыу ҡорбандары әле үк бар...

Кисә ҡала хакимиәтендә һыу инеү миҙгеле башланыуға бәйле кәңәшмә уҙғарылды.

Йәй – ял итеү мәле. Көндәр йылыныу менән күптәр   тәбиғәткә ынтыла,  һыу буйында ял итергә теләйҙәр.

Республикала һыу инеү миҙгеле рәсми рәүештә 1 июндә асыла. Әммә һыу ҡорбандары әле үк бар, шул иҫәптән балалар ҙа...

... Йыл башынан алып Башҡортостанда 22 кеше һыуға батҡан, шуларҙың дүртәүһе – балалар. Ҡайһы бер ваҡиғаларҙы әйтеп үтәйек: 15 майҙа Стәрлетамаҡта ете йәшлек ҡыҙ, 22-ндә Көйөргәҙе районында 16 йәшлек үҫмер, Нефтекама янындағы Энергетик ауылында Ҡарман ГРЭС-ының һыу ағыҙыу каналында 14  йәшлек малай батып үлгән.

 Дүртөйлөнән Зона эҙләү-ҡотҡарыу отряды водолаздары (Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты) үлгән кешенең кәүҙәһен сығарып, полицияға тапшырған. Әле ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.

Ошондай бәхетһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн уяулыҡ һаҡларға һәм хәүефһеҙлек сараларын үтәргә кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.

Һыу  инеү миҙгеле күп кенә рәсми, тикшерелгән һәм хәүефһеҙ пляждарҙағы һымаҡ, 1 июндән генә башлана. Стәрлетамаҡта улар өсәү буласаҡ. Уларҙың эшләй башлаясағы тураһында өҫтәмә рәүештә иғлан ителәсәк.

Һыу буйында үҙеңде нисек тоторға кәрәкле ҡағиҙәләр ябай, әммә уларҙы үтәмәү төҙәтә алмаҫлыҡ хаталарға килтереүе бар. Таныш булмаған йәки рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инмәҫкә. Яңғыҙ ғына бөтөнләй һыуға төшөргә ярамай. Балаларҙың үҙҙәрен генә һыу буйҙарына ебәрергә ярамай.

 Балаларығыҙға һыуҙа үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында  һыу ятҡылыҡтары янында, таныш булмаған урындарҙа һыу инеү ҡурҡынысы тураһында һөйләгеҙ.

Балағыҙ  һыу буйында булғанда, уны ҡарап тороғоҙ, иғтибарығыҙҙы ситкә йүнәлтмәгеҙ!

Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: “Һыу инеү тыйыла” тигән иҫкәртеү билдәләре менән йыһазландырылған һыу объекттарында һыу инеү ҡәтғи тыйыла. Ундай урындарҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы,  Граждандарҙы яҡлау идаралығы, полиция һәм административ комиссия  хеҙмәткәрҙәре көсө менән ведомство-ара рейдтар уҙғарыласаҡ.

Тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инеү административ яуаплылыҡҡа тарттырыла.

Һыу инеү өсөн хәүефһеҙ урындарҙы һайлағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

 

Роза САФИНА. 

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте саралары фотолары.

 

Һыу инеү миҙгеле башланмаған,  ә һыу ҡорбандары әле үк бар...
Һыу инеү миҙгеле башланмаған,  ә һыу ҡорбандары әле үк бар...
Һыу инеү миҙгеле башланмаған, ә һыу ҡорбандары әле үк бар...
Автор:Роза Сафина
Читайте нас