

Бөйөк Ислам динен өйрәткән, хаҡ юлды күрһәткән, хәләл менән харамды аңлатҡан пәйғәмбәребеҙгә хәйер-доға сәләмдәребеҙҙе Аллаһы Тәғәлә ирештереп торһа ине.
27 май көнө беҙ мосолмандар өсөн бөйөк булған Ҡорбан байрамы башлана. Мин һеҙҙең һәммәгеҙҙе лә ихлас күңелдән Ҡорбан ғәйете менән ҡотлайым, һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ, тыныслыҡ, именлек, өҫтәлдәрегеҙ тәмле ризыҡ менән тулы булыуын, ҡунаҡтарҙы шатлыҡ менән ҡаршы алыуҙарығыҙҙы теләп ҡалам.
Мосолмандар традицияһы буйынса, Аллаһы Тәғәләгә яҡынайтҡан эштәребеҙ Ҡорбан тип исемләнә. Ҡорбан салыу хәленән килгән, матди мөмкинлеге булған һәр моолман ғаиләһенә бурыс итеп һижри йылдың икенсе йылында үәжиб булды. Ҡорбан байрамы Аллаһы ризалығы өсөн ҡорбан салыу Аллаһыға булған ғибәҙәттәребеҙҙең бер формаһы, бына ошо яҡшы эшкә беҙ әһәмиәтһеҙлек күрһәтергә тейеш түгелбеҙ. Пәйғәмбәребеҙ ғәйет намаҙына һәр кемде саҡыра ине. Мин барығыҙҙы ла балаларығыҙ, ҡатындарығыҙ менән ғәйет намаҙына саҡырам. Әгәр беҙ ошо яуаплылыҡты аңлаһаҡ ине, беҙҙең балаларыбыҙ мосолман икәнлектәрен белеп, Ислам менән тәрбиәләнгән булырҙар ине.
Ғәйет намаҙы быйыл да Отрада ауылындағы “Мәрйәм” мәсетендә иртәнге сәғәт 5.30-дә, Колхоз баҙары эргәһендәге “Халид бин Үәлид” мәсетендә сәғәт 7-00-дә, Иҫке мәсеттә (Латипов урамы, 47-се адресы буйынса) 8.00-дә һәм Ҡаранай Моратов урамындағы “Мөхәммәдсәлим” мәсетендә 10 сәғәт 30 минутта уҡыласаҡ.
Барығыҙҙы ла ошо ғәйет көнө менән ҡотлап, ил-көндәребеҙгә тыныслыҡ, махсус хәрби операцияла йөрөгән егеттәребеҙ иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләп, алдағы ғүмеребеҙҙә күп йылдарҙың ошо көндәрен күрергә насип булһа ине, тигән теләктәр менән,
РИШАД хәҙрәт.