

2022 йылда, илдә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәндә, «Гиви» ға ни бары 20 йәш була. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ҙә икеләнмәй сафҡа баҫа һәм Ватан мәнфәғәттәрен яҡларға китә.
Башҡорт мотоуҡсылар полкында өлкән уҡсы вазифаһында хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта үҙен ҡыйыу һәм ышаныслы яугир итеп күрһәтә, һәр саҡ иптәштәренә ярҙам итергә һәм ҡуйылған бурысты үтәргә әҙер ул.
Бер алышта "Гиви" етди яралана. Әммә ауыр һынауҙан һуң да һынмай һәм Тыуған иленә хеҙмәт итеүен дауам итә. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ул II дәрәжә «Хәрби батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнә.
2024 йылдан гиви пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүҙе үҙләштерә һәм FPV-дрон механигы булып китә.
Хатта ҡабат яраланғандан һуң да, яугир рух көсөн һәм оптимизмын һаҡлай.
Хәҙер “Гиви” реабилитация үтеп һаулығын тергеҙә һәм яҡташтары өсөн сыҙамлыҡ өлгөһө булып ҡала.
Хеҙмәт тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефон һандары аша алырға мөмкин: 8 (927) 310-39-33; 8 (3473) 20-61-51 – Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса хәрби комиссариат (Хоҙайбирҙин урамы, 118, 19-сы бүлмә).