Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
2 Июнь , 03:20

БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР

Был ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында  Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Игорь Сыров үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты.

БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАРБАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР
БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР

“Башҡорт һәм төрки филологияһы факультетынан коллегаларыма рәхмәтемде белдерәм. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең профессионализмы һәм эшенә бирелгәнлеге иң юғары кимәлдә лайыҡлы танылыу яулай, - тип яҙа Игорь Анатольевич. – Шуныһы ҡыуаныслы, башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре кандидаты, доцент Айнур Фәнис улы Үтәев, һәм шулай уҡ филология фәндәре кандидаты, башҡорт филологияһы кафедраһы  доценты Миләүшә Сынбулат ҡыҙы Арыҫланова Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Награда уларға “Башҡорт теленән диктант” халыҡ-ара белем биреү акцияһын юғары кимәлдә ойошторғаны һәм уҙғарғаны өсөн бирелде.

Был ваҡиға – грамоталылыҡты тикшереү генә түгел.
Радий Фәрит улы хаҡлы рәүештә билдәләүенсә, акция башҡорт телен өйрәнеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү һәм мәҙәни кодыбыҙҙы һаҡлауға йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүҙә төп роль уйнай.

Айнур Фәнис улының, Миләүшә Сынбулат ҡыҙының, коллективтың тырышлығы апрҡаһында башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты, ӨДНТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҡалабыҙҙа һәм республикабыҙҙа  туған телде яратыусылар өсөн һәр ваҡыт төп тартыу нөктәләренең береһе булып тора.

 

Коллегаларыбыҙ, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәм күп милләтле халҡыбыҙҙың традицияларын һаҡлауға индергән өлөшөгөҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!”

БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР
БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР
БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР
БАШҠОРТОСТАН БАШЛЫҒЫНЫҢ РӘХМӘТ ХАТЫНА ЛАЙЫҠ БУЛДЫЛАР
Автор:Роза Сафина
Читайте нас