Ашҡаҙар
+15 °С
Облачно
Йәмғиәт
3 Июня , 02:35

ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә мәғариф ойошмалары етәкселәре менән 2025-26-сы уҡыу йылын йомғаҡлау буйынса кәңәшмә булды. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Айбулат Хажин, Росгвардия Академияһы начальнигы Андрей Кийко ҡатнашты.

ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ
ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ

Стәрлетамаҡтың мәғариф системаһы уҡыу йылын яҡшы һөҙөмтәләр менән тамамланы. Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһында еңеүселәр һәм призерҙар һаны артты. Уҡыусыларыбыҙ төбәк этабында һәм йомғаҡлау этабында призерҙар булдылар. 283 уҡыусы төбәк этабы, 9 уҡыусы йомғаҡлау этабында призерҙар булды. 

Әлбиттә, һәр еңеү артында аҡыллы остаз тора. Ҡалабыҙҙағы еңеүҙәргә лә уҡытыусылар менән уҡыусыларҙың берлектәге тырышлығы арҡаһында ирешелә.
Кәңәшмәлә ҡалабыҙға еңеүҙәр килтереүгә ҙур өлөш индереүсе педагогтарға яңы фатир алыуға сертификат тапшырылды. Өс йәш педагог – 7-се мәктәптән Ғужиндар, 3-сө БЛИ-нан Туҡтаровтар, 5-се гимназиянан Хәйбуллиндар ғаиләһе сертификатлы булды.

Бушлай торлаҡ йәш педагогик кадрҙарға ярҙам һәм йәш педагогик кадрҙарҙы ҡалала ҡалдырыуға йүнәлтелгән социаль башланғыс сиктәрендә бирелде. Проект Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһы, ҡала Советы депутаттары,

“Ҡала төҙөлөш  технологиялары” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте төҙөлөш компанияһы етәксеһе Рәйес Мырҙағоловтың ярҙамы менән тормошҡа ашырылды.

Яңы фатирҙар Яр буйы биҫтәһендә әле төҙөлөп ятҡан “Легенда” торлаҡ комплексында урынлашҡан.

Йәш көстәргә ҡарата бындай мөнәсәбәт берҙән, ҡалабыҙҙың үҫешенә булышлыҡ итһә, икенсенән, башҡа ҡалалар өсөн бик шәп өлгө булып тора.

 

Роза САФИНА. 

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                          

ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ
ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ
ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ
ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ
ЙӘШ ПЕДАГОГТАР ФАТИРЛЫ БУЛДЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас