Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Июнь , 06:25

КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ

Иғтибар үҙәгендә – Ағиҙел күпере һәм төҙөлөш объекттары Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов һәм БР транспорт һәм юл хужалығы министры  Любовь Викторовна Минакова эш сәфәре менән Стәрлетамаҡта булып киттеләр.

КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠКҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ

Иғтибар үҙәгендә – Ағиҙел күпере, төҙөкләндереү һәм төҙөлөш объекттары.  Ағиҙел күпере буйынса төҙөлөш әҙерлеге 42 процент тәшкил итә. 86 быраулау свайы һәм 8 таяу ҡуйылған. Рөстәм Фәрит улы ағымдағы йылға финанслау асыҡ, тип хәбәр итте, август-сентябрь айҙарында монтажлау эштәре башланасаҡ.

Күперҙең бер километр оҙонлоҡтағы өлөшөн  ваҡытынан алдараҡ, 2027 йылдың июлендә тамамлау планлаштырыла.

Рөстәм Ғәзизов шулай уҡ төҙөкләндерелгән биләмәләрҙе лә барып күрҙе. “Был объекттарға һуңғы тапҡыр килеүебеҙҙән һуң бер аҙна ғына ваҡыт үтте, әммә эштәр һиҙелерлек алға киткән, - тине ул. –Элеватор урамында юлдарға асфальт түшәлгән,  бәләкәй архитектура формаларын ҡуйыу эштәре бара. Шул уҡ ваҡытта ағастар ҙа һаҡланып ҡалған.

Рөстәм Фәрит улы Киров исемендәге парктың танымаҫлыҡ булып үҙгәреүен күреп, һоҡланыуын йәшермәне. Был тәңгәлдә эштәр ул Стәрлетамаҡты етәкләгән осорҙа уҡ  башланғайны бит.

“Парк бик уңайлы килеп сыҡҡан. Был бер минең генә фекерем түгел, ҡала халҡы ла, килгән ҡунаҡтар ҙа шундай фекерҙә. Йәшеллеккә күмелеп, йәм биреп ултыра. Күләгәле, әммә балҡып, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора тора. Бында тыныс ҡына ла, әүҙем ял итергә лә була. Ошонда килгән һайын кешеләр менән аралашып, шатлыҡлы һәм рәхмәт һүҙҙәре ишетәм. Стәрлетамаҡта кешеләрҙе йыя торған йәнә бер матур урын барлыҡҡа килеүенә шатмын,– тине ул һүҙен йомғаҡлап. – Башҡарылған эштәргә һаҡсыл ҡарарға ғына кәрәк. Әле беҙ ҡаланың тарихи өлөшөндә урынлашҡан биләмәләрҙе берләштереү концепцияһын дауам итәбеҙ.

Әлеге ваҡытта Киров паркынан алып Рус драма театрына тиклемге арала йәйәү йөрөү зонаһы төҙөкләндерелә. Был биләмә ниндәй буласаҡ, Рөстәм Фәрит улын ошо проект менән таныштырҙылар. 

Премьер-министр урынбаҫары “Йәйғорлы” (Радужный) биҫтәһендәге “НОВА” торлаҡ комплексын да барып күрҙе. Бында ҙур төҙөлөш майҙансығы йәйелдерелгән, төҙөлөп ятҡан йорттарҙағы фатирҙарҙы һатыу үткән йылдың көҙөндә үк башланғайны.

Тәүге ике күп фатирлы йорт төҙөлөү өҫтөндә, улар ҡала эсендә ҡала булып торасаҡ ҙур биҫтәгә старт бирә.

 

Роза САФИНА.

Ҡала хакимиәте матбуғат хеҙмәте фотолары.

КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
КҮҘГӘ КҮРЕНЕП ҮҘГӘРӘ СТӘРЛЕТАМАҠ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас