Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Июня , 11:45

“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ

Ҡала мәҙәниәт һарайында  “Стәрле тауышы” ҡала вокал  конкурсының финалы булды.

“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ
“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ

Быйыл Стәрлетамаҡ үҙенең 260 йыллығын билдәләй. Ошо айҡанлы, ҡалала бихисап әһәмиәтле саралар уҙғарыла. Шулар араһында ватан йыр мәҙәниәтен популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған “Стәрле тауышы” ҡала конкурсы айырым урын алып тора. Сөнки һәр ҡаланың йөҙөн уның талантлы, инициативалы, ижади кешеләре билдәләй.

Айҙар буйы әҙерлек, репетициялар, тулҡынланыуҙар һәм ижади эҙләнеүҙәр артта ҡалды. Был эштә конкурсанттарға үҙҙәренең һәләттәрен асырға, вокал оҫталығын камиллаштырырға һәм үҙ көсөнә ышанырға ярҙам иткән тәжрибәле музыканттар һәм педагогтар,  остаздар ҙур роль уйнай. Һәр финалсы танылыуға лайыҡ булыуын иҫбатлай.

Конкустың финал өлөшөндә 21 кеше ҡатнашты. Суперфиналға 9 кеше сыҡты. Гран-приҙы Зарина Ҡотлоғужина яуланы. Ирешелгәндәр менән сикләнмәй, үҙ һәләттәрегеҙҙе үҫтереп, уңыштарығыҙ менән Стәрлетамаҡтың данын күтәрегеҙ!

Р.УСМАНОВА.

Фотолар Эмиль ШӘЙМӘРҘӘНОВтың сәхифәһенән алынды.

“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ
“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ
“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ
“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ
“СТӘРЛЕ ТАУЫШЫ”НДА – БЫУАТТАР АҒЫШЫ, ТУЛҠЫНДАР ҠАҒЫШЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас