Ашҡаҙар
+13 °С
Облачно
Йәмғиәт
5 Июня , 12:05

ЯҠЛАНМАҒАН БАЛАЛАР ҠОРБАН БУЛА…

Интернет селтәрҙәрендә  педофилдар ҡулынан зыян күргән балалар хаҡында йыш яҙалар… Иғтибарымды бынан 10 йыл элек 145 енәйәт ҡылған, бөтә ҡорбандары ла бәлиғ булмаған ҡыҙҙар булған, Новосибирск фотографы Сергей Кропочкин йәлеп итте. Ул үҙе төшөргән балаларҙың асыҡ фотоларын һата. Кадрҙарҙы интернетта баҫтыра, фотоларҙы сит ил — Германия, Греция, Италия, Швейцария кешеләренә һата. «Себер сысҡандары» тип атала ул булдырған сайт.

ЯҠЛАНМАҒАН БАЛАЛАР ҠОРБАН БУЛА…ЯҠЛАНМАҒАН БАЛАЛАР ҠОРБАН БУЛА…
ЯҠЛАНМАҒАН БАЛАЛАР ҠОРБАН БУЛА…

Осраҡлы ғына эҙенә төшәләр

Суд Кропочкинды 14 йылға ҡаты режимлы колонияға ебәрә, әммә хатта рәшәткә артында ла ул ҡорбандарына тынғы бирмәй. «Себер сысҡандары» сайты һәм ҡорбандарҙың тормошонда ҡот осҡос фотограф нисек барлыҡҡа килгән һуң? Был хаҡта Новосибирскийҙағы  «Комсомолская правда» гәзитендә яҙып сыҡтылар.

Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарын Кропочкин һәм «Себер сысҡандары» сайты 2011 йылда йәлеп итә, әммә енәйәтсе балалар менәнә бәйләнешкә бынан күпкә алданыраҡ ингән була. «Сережа ағай»ҙың эҙенә, ҡорбандар уны шулай тип йөрөткән, осраҡлы ғына төшәләр.

Ҡыҙҙарҙың береһе аҡсаға мохтажлығы тураһында дуҫына һөйләй. Һәм иптәш ҡыҙы мәктәп уҡыусыһын студияға алып килә. Ҡыҙҙың ата-әсәһе уның өйгә алып  ҡайтҡан аҡсаһын таба, ҡайҙан алыуын һорай, һәм ҡыҙы фотограф тураһында һөйләй. Фотографтың фатирын тентеү ваҡытында уның компьютерҙары, дисктары, күп һанлы фото һәм видеояҙмалары булған флешкалары тартып алына, — тип әйтелә Новосибирскийҙағы «КП» сығанағында. Кропочкин ҡаланың төрлө райондарында даими рәүештә фатирҙар ҡуртымға ала, бер ҡайҙа ла оҙаҡ тормай. Һәр йәшәп киткән урында төшөрөү өсөн студиялар йыһазландыра.

«Сережа ағай»ҙары балалар һәм үҫмерҙәргә аҡсалата түләй, хаҡы төрлөсә — 200 һумдан 9 меңгә тиклем, прайс баланың ни тиклем һөйкөмлө булыуына һәм нимәгә барырға әҙер булыуына бәйле була. «Модель»дарҙың йәше төрлө, араларында башланғыс кластарҙа уҡыусылар ҙа була…

Тәфтишселәр барлығые 211 эпизод билдәләй, әммә ҡайһы берҙәре буйынса суд Кропочкинды аҡлай, ә ҡайһы берҙәренең ваҡыты үткән. Һөҙөмтәлә, фотографҡа 145 енәйәт өсөн яуап бирергә тура килә. Бынан тыш, колониянан сыҡҡандан һуң уға бер йыл һәм туғыҙ айға иркен сикләүҙәр тәғәйенләнә. Әммә колонияла ла ул тынысланмай — шартлы рәүештә ваҡтынан алда (УДО) иреккә сығырға теләй, ҡорбандарына хаттар ҙа яҙа. Уларҙың береһен Даша исемле ҡыҙ ала, ул 10 йәшендә педофил ҡорбаны була. Хәҙер инде өлкән ҡатын, үҙе — әсәй. Әммә һаман да үҙенең тарихын ҡурҡып иҫенә төшөрә.

Әхирәте килтерә

Кропочкинға Дашаны ла 10 йәшлек әхирәте алып килә. Уларҙы: “Балалар кейеме каталогы өсөн төшөрәсәктәр, аҡса ла бирәсәктәр”, тип. Әммә, һөҙөмтәлә кейемде кейергә тура килмәй...

— Ул абиргән аҡсаға башлыса аҙыҡ һатып алдым, уны өйгә алып ҡайттым, — тип һөйләгән Даша «КП» журналистарына.

Хәҙер Дашаның яратҡан кешеһе, ике балаһы бар. Һәм бала сағында булған ваҡиғаларҙы ул ҡурҡыныс төш кеүек оноторға теләй. «Уның тураһында башҡа бер нәмә лә белергә теләмәйем», — ти ҡыҙ.

«Себер сысҡанының» ҡорбанының һыңары:

Педофилдың тағы бер ҡорбаны — Марина. Ҡыҙға 25 йәш тулған, бала сағында нимә булғанын йәшермәй. Киреһенсә, ул оҙаҡ ваҡыт социаль селтәрҙәрҙә Кропочкин менән булған тарихы арҡаһында популярлыҡ яулай.

Әлеге мәлдә Кропочкин колонияла. Әммә ҡорбандарҙы бер һорау борсой: «Сережа ағай» ысынлап та шартлы рәүештә ваҡытынан алда төрмәнән сыға алырмы? РФ Енәйәт Кодексының 79-сы статьяһына ярашлы, уны теоретик рәүештә 80% срокты үтәгәндән һуң (йәғни 2025 йылда) сығарырға мөмкин булған.

— Әммә бында нескәлек бар: тотҡондо сығарыу өсөн колония хакимиәте уның хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймауы, язаны намыҫлы үтәүе тураһында белешмә төҙөргә тейеш, — тип аңлата юрист Инесса Рябинина. — Шулай уҡ ул ҡорбандарға мораль зыян өсөн компенсация түләргә тейеш. Ҡыҙҙар бындай дәғүәләрҙе хәҙер ҙә бирергә хоҡуҡлы, һәм мин уларға быны эшләргә кәңәш итер инем.

Икенсе эпизод

Бәләкәй буйлы, нескә билле ҡатын беренсе класс уҡыусыһын педофилдан тартып ала, енәйәсте баланы үҙ фатирына йәлеп иткән була. Күптән түгел Красноярскийҙың «Комсомольская правда» гәзите яҙған был ҡот осҡос хәл ҙур тауыш тыуҙыра. Меңәрләгән кеше мәҡәлә геройы, «Ашығыс ярҙам» фельдшеры Анна Лобановаға, үҙен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, баланы педофил ҡулынан тартып алыуы өсөн рәхмәт әйтә. Шулай уҡ гәзит уҡыусылар көс ҡулланыу менән нисек осрашыуҙары тураһында үҙ тарихтары менән уртаҡлашты. Ҡайһы берәүҙәре үҙҙәре сығып өлгөрә, ә кемгәлер кемдер ярҙам итә. Ә кемдер бәлә-ҡазанан ҡотола алмай...

Ҡорбандар һөйләй:

Беренсе ҡорбан: «90-сы йыл, миңә һигеҙ йәш. Яңы биҫтә, биш ҡатлы йорттар. Беҙҙең йортта кешеләр йәшәй, ә күрше йорт саҡ төҙөлөп кенә ята ине. Урамда дуҫым менән йөрөйбөҙ, ҡыш. Бер ир беҙҙең янға килде лә (уның нисә йәштә булыуын аныҡ әйтә алмайым, ул ваҡытта 50 йәшлек бабайға оҡшаған ине), былай ти: «Ҡыҙҙар, бында подвалда эт көсөктәрен алып килгән, уларҙы ашатырға кәрәк. Әйҙәгеҙ, күрһәтәм, ә һеҙ уларға һөт килтерерһегеҙ». Һәм беҙ уға эйәреп киттек. Подвалда һаҡсыға тап булдыҡ, һәм көсөк күрһәтергә китеп барған бабай шундуҡ сығып ҡаса. Һәм өйҙә ата-әсәйем миңә таныш булмаған кешеләр менән һөйләшергә лә, улар менән барырға, тыңларға ярамай, тип өйрәтһәләр ҙә, беҙ үҙ йортобоҙ янында ошо хәлгә тарыныҡ».

Икенсе ҡорбан: «Икенсе класта уҡығанда мине кәрәкле ваҡытта подъезға ингән ҡатын ҡотҡарҙы. Әлегә тиклем ауыҙымды ҡаплап торған ҡул еҫен хәтерләйем, мин ҡысҡырып ебәрҙем. Тик бер кем дә ишетмәне. Мөғжизә ҡотҡарғандыр. Ҡыш булғас, минең һигеҙ йәшемдә ҡат-ҡат кейенеүем, моғайын, иң ҡурҡыныс нәмәне оҙаҡҡа һуҙғандыр».

Өсөнсө ҡорбан: «Беҙ бишенсе ҡатта йәшәнек. Мәктәптән ҡайтҡанда подъезға ингәс тә беренсе ҡаттағы фатирҙың асыҡ ишеген күрҙем, һәм унда йомшаҡ уйынсыҡ тора ине. Ни өсөндөр тап ошо күренештән ҡурҡып, мин урамға йүгереп сыҡтым. Беренсе күргән үтеп барыусынан мине бишенсе ҡатҡа алып мендереүен һораным. Был фатир беренсе ҡатта даими рәүештә ҡуртымға бирелә ине, һәм унда кемдер йәшәй, кем икәне билдәһеҙ. Өйгә ҡайтҡас хәлде әсәйемә һөйләп бирҙем һәм ул атай менән был фатирҙа кем йәшәүен белергә төштөләр. Баҡтиһәң, ниндәйҙер студент икән. Икенсе көндө үк ул күсеп китте. Был хәл 1987 йылда, Һарытау ҡалаһында була».

ӨСӨНСӨ ОСРАҠ

Әлеге ваҡытта педофилдың өс йәшлек ҡорбаны нисек йәшәй? 2024 йылдың июнь аҙағында Пермь крайында йәшәүселәрҙе урындағы аяуһыҙ көсләү тарихы тетрәндерә. Туғандарының һәм ауылдаштарының оператив эш итеүе, шулай уҡ осраҡ ихтыяры өс йәшлек ҡыҙға иҫән ҡалырға мөмкинлек бирә.

Балтырғанды ҡарарға саҡырҙы

16 июндә кис Пермь крайының Елохи ауылында 30 йәшлек Владиславты оҙайлы ваҡыт спиртлы эсемлек ҡулланғандан һуң дуҫының ҡатыны өйҙәренән ҡыуып сығара. Күп ҡатлы йорттан сығып барғанда ир өс йәшлек күрше ҡыҙҙы осрата. Ул уға быйыл балтырған үләне ҡайһылай күп итеп үҫкәнен ҡарарға тәҡдим итә. Был енәйәтсенең һөйләүҙәренән билдәле. Ул күрше йортта ғына йәшәгәс сабый бала унан ҡурҡып тормай, эйәреп китә— тип һөйләй зыян күргән ҡыҙҙың әсәһе.

Шул уҡ төндә ата-әсәһе һәм ауылдаштары баланы эҙләй башлай. Ҡыҙҙы бәләкәй магазин артындағы ҡыуаҡтарҙа тапҡанға тиклем биш сәғәт самаһы ваҡыт үтә. Ҡыҙ ҡанға батып бөткән була. Уның янында кейемдәре ята. Ҡыҙ аңында була, әммә һөйләшә алмай. Дауаханала уны комаға индерергә тура килә, сөнки уның эске ағзалары ныҡ зыян күргән була.

Тәүге көндәрҙә ҡыҙ үҙаллы тын ала алмай. Һуңынан яңынан ашарға өйрәнә. Оҙайлы ваҡыт реабилитациялар үтә. Хәҙер бала әсәһенең ҡулына тотоноп тора ала. Туғандары араһында ҡыҙ тағы һөйләшә башлай. Физик йәрәхәттәре арҡаһында баланың тура эсәге зарарлана.

Аҡылы тотороҡло тип таныла

Пермдә үткәрелгән психологик-психиатрик экспертиза һөҙөмтәләре билдәле. Ир үҙ аҡылында булыуы асыҡлана. Әммә, зыян күргән ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, тикшереү ғәйепләнеүсегә тағы ла бер комплекслы психиатрик экспертиза үткәреүҙе һорап мөрәжәғәт итә, ул икенсе төбәктә үткәреләсәк. Ҡәбәхәтте Пермгә экспертизаға алып баралар, унда ла аҡылы тотороҡло, тип таныла.

Балаларҙы көсләйҙәр, үлтерәләр, элек педофилия өсөн хөкөм ителгәндәр сабыйҙарҙы хатта урамдан алып китәләр... һәм быларҙың барыһы ла технологияларҙы һанлаштырыу һәм үҫтереү осоронда һәм күп кенә хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары, шулай уҡ башҡа дәүләт власы органдары эшләгәндә була, быларҙың барыһының да төп бурысы — балаларҙы яҡлау булып тора.

Һүҙҙе йомғаҡлап

Ирҙәр педофилияһы — баланың физик һәм психик һаулығына туранан-тура хәүеф тыуҙырған етди һәм хәүефле сир. Дауалау ҡатмарлы булһа ла, контроль һәм иҫкәртеү ысулдары бар. Әммә иң мөһиме — иғтибарлылыҡ һәм белем: әгәр беҙ, өлкәндәр, белемле һәм эш итергә әҙер булһаҡ, педофилдың енәйәтсел ниәттәрен тормошҡа ашырыу мөмкинлеге күпкә кәмей.

Был мәҡәлә — педофилия проблемаһын ентекләберәк тикшергән циклдың беренсе өлөшө генә. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар педофилияһын тикшерербеҙ һәм был ҡатмарлы теманы мөмкин тиклем тулыраҡ аңлар өсөн ялған ғәйепләүҙәр тураһында яҙырбыҙ.

Римма ҒӘЛИМОВА.

Алексей Ужегов фотоһы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ЯҠЛАНМАҒАН БАЛАЛАР ҠОРБАН БУЛА…
ЯҠЛАНМАҒАН БАЛАЛАР ҠОРБАН БУЛА…
Автор:Римма Галимова
Читайте нас