Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
8 Июнь , 07:25

ТИМӘК, БЕҘ ДӨРӨҪ ЮЛДА!

– “Урал батыр” эпосы көнө алдынан, Белорет районда, Урал тауҙары үҙәгендә беренсе ҙур байрам үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы  Радий Хәбиров  Указы менән йыл һайын 8 июндә “Урал батыр” эпосы көнө билдәләнәсәк.

ТИМӘК, БЕҘ ДӨРӨҪ ЮЛДА!ТИМӘК, БЕҘ ДӨРӨҪ ЮЛДА!
ТИМӘК, БЕҘ ДӨРӨҪ ЮЛДА!

Эпос  әҙәби ҡомартҡы ғына түгел, ул беҙҙең рухи мираҫыбыҙ, әхлаҡи йүнәлештәрҙең нигеҙе. Уның һәр юлында яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, ата-бабаларҙың аҡылы һәм выждан буйынса нисек йәшәргә тигән һорауға яуаптар ята.

Байрам йолаларҙы иҫкә төшөрөү өсөн сәбәп кенә түгел, ә  иһә шулай уҡ киләсәк тураһында һөйләшеү өсөн майҙансыҡ та булып тора. Мәҙәниәтебеҙ үҫеше, башҡорт халҡының рухи үҫеше  һәм ошо ҡиммәттәр нигеҙендә йәш быуынды тәрбиәләү  тураһында. “Урал‑батыр”ҙың мәғәнәһен тәрәнерәк асырға ярҙам итеү,  уны йәштәр өсөн яҡыныраҡ итеү өсөн беҙгә эпос белгестәре кәрәк, тип уйлайым.

 Дәүләт ҡурайсылар ансамбле һәм бөтә донъяға билдәле "АY YOLA” төркөмө байрамға айырым кәйеф бирҙе. Бөгөн уларҙың ижады эпостың боронғо юлдары менән ауаздаш булған кеүек һәм был бик символик.

 

Башҡорт мәҙәниәтен заманса тел менән халыҡҡа  еткерә алғаны һәм донъяға танытҡаны өсөн төркөм лидеры Ринат Рамазановҡа һәм барлыҡ музыканттарға Рәхмәт хаты тапшырҙым.

Республика кимәлендә ҙур ваҡиға ойошторғаны өсөн Белорет районы хакимиәтенә һәм шәхсән Азат Хәкимовҡа оло рәхмәт белдерәм. Тамашасыларҙың күпләп килеүенә ҡарағанда,  тарихыбыҙға һәм традицияларыбыҙға ҡыҙыҡһыныу ысынлап та бик юғары. Тимәк, беҙ дөрөҫ юлда!

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА,

Бөтә Донъя башҡорттары  ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты.

Фото социаль селтәрҙәрҙәге асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

 

Автор:Роза Сафина
Читайте нас