

Байрам көнө паркта Стәрлетамаҡтың милли-мәҙәни үҙәктәре, эшҡыуарлыҡ союздары, ирекмәндәр, йәштәр, спорт, хәрби-патриотик һәм социаль ойошмалар үҙҙәренең ҡаҙаныштарын, проекттарын һәм оҫталыҡ дәрестәрен тәҡдим итте, “Ҡала берләшмәләре территорияһы” интерактив майҙансығы эшләне. Шулай уҡ МХО яугирҙары Максим Радик улы Саттаров һәм Алексей Шәкирйән улы Ауазовҡа бағышланған бокс буйынса турнир үтте.
Эмиль Шәймәрҙәнов Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫары полиция полковнигы Руслан Афрутьев менән берлектә уҡыуҙа, спортта, ижадта һәм йәмәғәт тормошонда ҙур уңыштар күрһәткән 14 Стәрлетамаҡ уҡыусыларына тантаналы рәүештә паспорттар тапшырҙы.
Шулай уҡ байрам сиктәрендә Эмиль Шәймәрҙәнов Стәрлетамаҡтың төрлө өлкәләрен үҫтереүгә тос өлөш индергән әүҙем халҡын рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Байрам программаһы ҡала мәҙәниәт һарайының алдынғы ижади коллективтарының сығыштары менән дауам итте. Артистар үҙҙәренең номерҙарында Рәсәйҙең матурлығын һәм бөйөклөгөн данланы, шулай уҡ сығыштарҙың бер өлөшө башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев иҫтәлегенә арналды, уның тыуған көнөн республика 16 июндә билдәләйәсәк.