

Яңыраҡ РФ Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы буйынса бүлегенең дежур часына таксист оло йәштәге ҡатынды алып килгән.
Полиция бүлегендә Азамат Ғәҙелшинды шунда уҡ танығандар. Әле яңыраҡ ҡына ул пенсионерҙың аҡсаһын мутлашыусыларҙан ҡотҡарған. Яңыраҡ уны Салауат ҡалаһы буйынса эске эштәр бүлегенең дежур часына саҡырып, полиция подполковнигы Руслан Ғәйнуллин күрһәткән гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт белдергән һәм ҡиммәтле бүләк тапшырған.
Был юлы 31 йәшлек ир кискеһен уға Өфө ҡалаһына сираттағы заказ килгәнен һөйләгән. Заказсы шылтыратып, фатирға күтәрелеп әйбер тултырылған сумканы алыуын һорай.Таксист шунда уҡ эштең насар икәнен һиҙеп ҡала. Адрес буйынса барып еткәс, ир кеше фатирға менә, унда баҫҡыс майҙансығына ҡулына сумка тотҡан оло йәштәге ҡатын килеп сыға.
Шул мәлде таксист был ҡатындың мутлашыусы тоҙағына эләгеүен аңлап ҡала. Уның менән һөйләшкәс, таксист сумкала аҡса барлығын асыҡлай һәм пенсионер әбейҙең уның менән полиция бүлегенә барыуын һорай. Ҡурҡынған 83 йәшлек әбей хоҡуҡ һаҡлаусыларға кискә ҡарай өй телефонына шылтыратыуҙарын һөйләй. Шылтыратыусы менән һөйләшкәндә, пенсионер ҡатын үҙенең ейәнсәренең тауышына оҡшатып илаған тауыш ишетә. Ҡыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыуы һәм аҡса кәрәклеге тураһында әйтә. Бер ике минуттан йәнә шылтыраталар. Шылтыратыусы үҙен тәфтишсе тип таныштыра һәм ейәнсәре юл фажиғәһенә тарыуын раҫлай, уны ғәйепле тип, һәм уны енәйәт яуаплылығынан ҡотҡарыу өсөн аҡса кәрәк тип ышандыра. Зыян күреүсе, алдаҡсыға ышанып, енәйәтселәрҙең күрһәтмәләре буйынса бөтә йыйған – 180 мең һум аҡсаһын халатҡа төрөп спорт сумкаһына һалып ҡуя.
Салауат ҡалаһы оперативниктары тиҙ арала эш итеп, такси водителе менән бергәләп мутлашыусыларҙың маршруты буйынса посылка тапшырыу урынына килеп етә һәм таксистан сумканы алып, мутлашыусыларға күсерергә тейеш булған кешене тота.
Ҡулға алынған кеше Пермь ҡалаһынан 50 йәшлек ир булып сыға. Ир ғәйебен таный. Ул әлеге ваҡытта
Салауат ҡалаһының административ ҡулға алынғандар бүлмәһенә урынлаштырылған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Р.САФИНА.
Эске эштәр бүлеге фотолары.