

Өфөлә Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары медицина йәһәтенән алға китеш яһаған. Улар бер үк ваҡытта бөйөргә лә, йөрәккә лә онкология ҡағылған пациентҡа уникаль операция эшләгән. 55 йәшлек ҡатындың бөйөрөндәге яман шеш аҙғанлыҡтан, тромб вена буйлап йөрәгенә тиклем күтәрелгән.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентина Павлованың һүҙҙәренсә, бындай осраҡтар элек өмөтһөҙ тип һаналған, ә бындай операцияларҙы алдынғы федераль үҙәктәрҙә генә эшләгәндәр. Пациентты онкологтар, кардиохирургтар һәм урологтар командаһының яйға һалынған эше арҡаһында ғына ҡотҡарып алып ҡалғандар.
Хирургтар, йөрәкте туҡтатып, яһалма ҡан әйләнеше аппаратында операция яһаған. Улар зарарланған бөйөрҙө алып ташлап, ҡан тамырҙарынан һәм уң йөрәк алдынан тромбты сығарған.
Шеш ҙур булыуға ҡарамаҫтан, метастаздарҙың булмауы был осраҡтың төп үҙенсәлеге булып тора. Әле ҡатындың хәле бер аҙ арыуланған: тын алыуы еңеләйгән, шеше ҡайтҡан, ул хәҙер үҙаллы йөрөй ала һәм реабилитация үтә.
Р.ЗАМАНОВА.
Виолетта Әбдрәхимова фотоһы.