

– Рөстәм хәҙрәт, әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡта дүрт мәсет бар, тағы ла мәсеттәр төҙөләсәкме?
– Эйе, был мәсеттәр Стәрлетамаҡ ҡалаһына ҡарай: Латипов урамындағы Иҫке мәсет, Тыныслыҡ урамындағы “Хәлид бин Вәлид”, Отрада ауылындағы “Мәрйәм”, Ҡаранай Моратов урамындағы “Мөхәммәтсәлим” мәсеттәре. Һәм тағы ла Шахтау ҡасабаһында мәсет төҙөү өсөн ер бүленде, әле унда төҙөлөш эштәре башланды ла инде.
– “Мөхәммәтсәлим” мәсете үҙенең архитектура үҙенсәлектәре, биләмәһенең иркенлеге, биҙәлеше менән айырылып тора. Ҡалалағы әһәмиәтле дини байрамдар нәҡ ошонда үтә. Ғәйет байрамдарында бик күп халыҡ килә, төрлө мәҙәни һәм спорт саралары, ярыштар уҙғарыу хәҙер матур традицияға әүерелде. Ғөмүмән, ошондай бай программалы саралар халыҡтың күңеленә хуш килә. Шуныһы шатлыҡлы, бында һәр саҡ халыҡ күп, килеп инеү менән балаларҙың шат тауыштары ишетелеп тора...
– Әлхәмдүлилләһ, беҙҙең мәсеттәр буш торғаны юҡ, һәр кем өсөн дә ишек асыҡ. Бында ололар ҙа, балалар ҙа, йәштәр ҙә ҙур теләк менән йөрөй. Балаларға мәсеттә күңелле, үҙҙәре ултырып уҡыйҙар. Мәсеттәргә никах уҡытырға, исем ҡуштырырға, мәрхүмдәрҙе иҫкә алырға киләләр.
Әлбиттә, ғәйет байрамын үткәргәндә спорт ярыштары, ғаилә байрамдары ойоштороу милләт-ара берҙәмлекте нығыта. Унда төрлө милләт вәкилдәре килә, беҙ уларҙы тыймайбыҙ.
Илебеҙ ҡатмарлы осор кисергәндә, кеше аңын томалаған кире күренештәр таралғанда йәмғиәттә дини йәмәғәтселектең роле ҙур. Дин – ул мәҙәниәт-ара бәйләнеште булдырыусы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе үҫтереүсе күпер булып тора. Спортты үҫтереүҙә дини конфессияларҙы йәлеп итеү беҙҙең дөйөм эште тулыландыра ғына. Бөтә традицион диндәрҙән физик культураны үҫтереү йүнәлешендәге эшкә ҡушылабыҙ. Сөнки спорт дини, милләт-ара татыулыҡҡа ла нигеҙ һала, берләштерә лә.
– Әлеге ваҡытта ҡалала бер мәҙрәсә бар, унда кемдәр йәшәй һәм ниндәй эштәр менән мәшғүлдәр? Йәш быуынға дини юҫыҡта ниндәй тәрбиә эштәре алып барыла, тағы ла мәҙрәсәләр асыу планлаштырыламы?
– Беҙгә республиканың төрлө райондарынан киләләр. Мәҙрәсәлә белем алғандан һуң, улар төрлө мәсеттәргә имам булып китәләр, мәсеттәргә ярҙам итәләр. Остаздарыбыҙ ғәйет байрамдарын уҙғарыуҙа ҡатнаша. Төрлө сараларҙы бергәләп ойошторабыҙ. Стәрлетамаҡта әлегә бер мәҙрәсә – “Нур әл-Иман” мәҙрәсәһе эшләй.
Йәш быуынға тейешле тәрбиә биреүгә килгәндә, мәктәптәрҙә хәҙер “Дин мәҙәниәте һәм донъяуи этика нигеҙҙәре” тигән фән уҡытыла.
– Һуңғы ваҡытта мәсеттәр янында мохтаждарға йылы аш таратыусы кешеләрҙе күрергә була. Был изге эште мәсеттәр ойошторамы?
– Республикала мохтаждарға, фәҡирҙәргә ярҙам итеү буйынса Хәйриә фонды бар. Был изге эшкә теләге булған һәр кем ҡушыла ала: Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратынан мөфтиәт ойошмалары, үҙебеҙҙәге мөхтәсибиәт ойошмалары, кафелар, бизнесмендар, хәлле кешеләр ярҙам итә.
– Беҙгә мәғлүм булыуынса, исламда 73 йүнәлеш бар, ә беҙҙең республикала шуларҙың ҡайһылары хупланыла? Бәлки традицион ислам йүнәлеше дөрөҫөрәктер?..
– Аллаға шөкөр, беҙ сөннәт йүнәлешендәбеҙ. Традицион ислам – сөннәт йүнәлешендә хәнәфи-мәҙһәбтә уҡыуҙар алып барыла.
– Кеше үлгәндән һуң, мәрхүмдең өсөн, етеһен, ҡырҡын, йыллығын һ.б. уҡытыу йолаһы бар. Был ислам ҡанундарына ҡаршы килмәйме?
– Мәрхүмдәрҙе 3, 7, 40 көн, бер йыл үткәс иҫкә алырға тигән ҡәтғи ҡағиҙәләр юҡ. Ләкин Ҡөръән мәжлесе, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу мәжлесе бар. Шунда беҙ әруахтарға доға ҡылып, уларҙың рухын иҫкә алабыҙ һәм уларға йәннәт ишектәре асылыуын һорайбыҙ. Ғөмүмән, мәрхүмдәрҙе һәр саҡ иҫкә алып тороу мөһим.
– Һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә төрлө байрамдар, фестивалдәр уҙғарыла. Мәҫәлән, ҡалабыҙҙа йыл һайын үткәрелгән “ХәләлФест” халыҡтың яратҡан байрамына әйләнде. Тимәк, унда хәләл ризыҡтар ғына буласаҡ?
– Хәләл менән харам тигәндә, беҙҙең күбебеҙ беренсе сиратта ризыҡты, мосолманса йәки бисмиллаһыҙ һуйылған итте күҙ алдына килтерә. Әммә хәләл төшөнсәһе мосолман тормошоноң бөтә яҡтарын да үҙ эсенә ала. Уның төшөнсәһе, мәғәнәһе киң. Ул – ашаған ризыҡ, алып барған тормош, эш-бизнес, иҡтисад, дауаланыу, ғөмүмән, донъялағы көнкүрешебеҙ. Әйтәйек, малды ниндәй юл менән таптың? Урланған мал түгелме? Башҡа кешене талап, урлап алынған аҡсаға алынған табыш – харам.
Исламда ул шәриғәт күҙлегенән рөхсәт ителгән предметтар йәки күренештәрҙе, ғәмәлдәрҙе аңлата. Мәҫәлән, кейем хәләл булырға тейеш. Йәғни, ул хәләл кәсеп, хәләл көс менән алынған булырға тейеш: кейем, косметика, финанстар, гигиена, ял, мөнәсәбәттәр һәм башҡалар...
– Хәләл порошок, хәләл колбаса, хатта тауыҡ һалған йомортҡа ла хәләл булырға тейеш... Ошо турала аңлатып үтегеҙ әле?
– Хәләл ризыҡ ниндәй була һуң? Мәҫәлән, иттең хәләллеге һуйыуҙан башлана. Мал-тыуар нисек һуйыла, кем ҡулы менән? Ит комбинаттарында малды хәләл ысул менән һуйыу популярлаша бара. Сөнки динебеҙҙә үләкһә һәм ҡанлы ризыҡ ашарға ярамай тип әйтелә бит.
Шулай уҡ магазиндарҙа “хәләл” тип яҙылған тауыҡтар, колбасалар һатыла. Ә инде иттән яһалған тултырмаларға (колбасаларға) килһәк, кем етештергәнен ҡарайбыҙ. Уларҙың хәләл тигән сертификаты булһа, хәләл ризыҡ була. Сөнки ул сертификаттар мөфтиәттәр тарафынан бирелә һәм тикшерелеп торола. Хәҙер тауыҡ фабрикаларында сифатты Роскачество, Мөфтиәт ойошмалары тикшерә. Ғөмүмән, алдашыу юҡ. Миловка деликатестары, Сибай, Талбазы продукцияһы, Һарытау, Пенза өлкәһендә етештерелгән хәләл продукциялар сифатлы. Бөтә талаптарға яуап бирә. Хәләл ризыҡ 50-100 һумға ҡыйбатыраҡ була. Ни өсөн тигәндә, уны айырым эшкәртеү өсөн сығымдар талап ителә.
“Бисмилләһ” әйтеп, ҡанын сығарып салалар, йәне сыҡҡанын көтөп торалар. Уның өсөн айырым шарттар булырға тейеш, шуға ҡыйбатыраҡ, уның ҡарауы ите ҡанһыҙ була.
Шулай уҡ хәләл йомортҡалар бар. Ни эшләп уларҙы хәләлгә әйләндергәндәр һуң? Былары шул тауыҡ үрсеткән комбинаттарҙа тауыҡтарҙың тик хәләл ем ашауынан. Икенсе төрлө әйткәндә, улар ашаған емдең составында химик өҫтәмәләр, шулай уҡ сусҡа ите, һөйәктәре, үлгән мал ҡалдыҡтары, ҡан, нәжестәр юҡ.
Башҡа продукцияға килһәк тә, хәләллек ҡағыҙы һәм уларҙың составын ҡарап алырға кәрәк. Химик составы булһа, ул зыянлы, теләһә ниндәй буяуҙар йәки өҫтәмәләр ҡушыла. Әйтәйек, хәләл порошок, йәғни был әйберҙә, аллергия барлыҡҡа килтерә торған һәм башҡа зарарлы матдәләр юҡ. Һабындың составында сусҡа майы юҡ.
– Торттарҙы яһағанда желатин ҡулланыла. Мармеладтың составында ла желатин бар, тимәк, был ризыҡтар хәләл түгелме?..
– Желатин – ул мал-тыуар һөйәгенән һәм тиреһенән ҡайнатып яһалған матдә. Бында хәләл юл менән һуйылмаған мал һәм хатта сусҡа һөйәктәре булыуы ихтимал. Әммә күп кенә ерҙәрҙә уны хәҙер диңгеҙ үҫемлектәре менән алыштыралар. Үҫемлектәрҙән яһалған желатинды, көнсығыш тәм-томдарын ҡурҡмай алырға була, уларҙың составында сусҡа ите юҡ.
– Мосолманға ипотека алыу, кредит алыу харам эш һанала. Йәшәргә торлағы булмаған йәш ғаиләләр бындай мәсьәләләрҙе хәл итә аламы?
– Әлхәмдүлилләһ, ике йыл элек “Һаҡлыҡ банкы” аша ислам ипоте- каһы программаһы буйынса кредит алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Процент-тарһыҙ ғына кисектереп түләү. Әйткәндәй, бындай хәләл ипотеканы теләгән бер дин кешеһе ала ала. Уны Башҡортостанда, Татар-станда, Дағстанда һәм Чечняла алырға була.
– Дин ҡәрҙәштәребеҙгә теләктәрегеҙ?
– Дин донъяға, тормошҡа изгелек, әҙәп, нур өҫтәү өсөн, ер йөҙөндә фетнә, боҙоҡлоҡ һәм аҙғынлыҡ таралмаһын өсөн кәрәк. Әлхәмдүлилләһ, дингә тартылыусылар, намаҙға баҫыусылар йылдан-йыл арта бара. Иманлы кешеләр артҡан һайын донъя яҡтыраҡ, нурлыраҡ булыр. Ил-көндәребеҙгә именлек килһен, һәммәбеҙгә лә хәйерле ғүмерҙәр насип булһын, тигән теләктә ҡалам.
Әңгәмәне Роза САФИНА ҡорҙо.
Әлфиә МАНСУРОВА фотолары.