Ашҡаҙар
+19 °С
Облачно
Йәмғиәт
19 Июня , 12:05

ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ

ӨФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы педагогика һәм психология факультетында  махсус хәрби операцияла ҡатнашып батырлыҡ күрһәткән яугирҙарға арналған музей-аудитория асылды.

ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ

Мемориаль аудиторияны асыу тантанаһында геройҙарҙың яҡындары, туғандары, уҡытыусы ғалимдар, студенттар, университет  хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандар ҡатнашты.

Хәтер аудиторияһын асыу тантанаһы ҡунаҡтарҙы һәм студенттарҙы сәләмләүҙән башланып китте һәм уның артынса Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны.

 – Был ваҡиға тарихи хәтерҙе һаҡлауҙа  һәм киләсәк быуындарҙы тәрбиәләүҙә мөһим бер аҙым булып тора, - тип өндәште сараға йыйылыусыларға педагогика һәм психология факультеты деканы, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Абдуллина. – Беҙ  илебеҙ етди ҡаршылыҡтар менән осрашҡан бик ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Бындай мәлдәрҙә батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ символына әйләнгән яугирҙарыбыҙҙы  айырыуса иҫтә тотоу мөһим.  Беҙҙең геройҙарыбыҙ – ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, үҙ бурысына һәм антына тоғро ҡалып, Тыуған илде яҡлап сыҡҡан ысын патриоттар. Беҙ геройҙарыбыҙ менән ғорурланырға һәм уларҙың рухына лайыҡлы булырға ынтылырға тейешбеҙ.

Артабан һүҙҙе Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы Советы рәйесе, Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы директоры, филология фәндәре докторы, профессор Игорь Сыров алды.

– Ҡаһарманлыҡ – ул фиҙаҡәрлек кенә түгел, ә иһә йәмғиәт мәнфәғәте хаҡына, шәхси мәнфәғәттәрҙе ситкә ҡуйып тороу һәләте, - тине Игорь Анатольевич.  Мемориаль киңлекте асыу – ул илебеҙгә хеҙмәт итеүселәр иҫтәлегенә һәм уларҙың рухын хөрмәт итеүгә рәхмәт акты, тип билдәләне ғалим.

Таҫманы киҫеү һәм мемориаль аудиторияны тантаналы асыу Игорь  Сыровҡа һәм Лилиә Абдуллинаға йөкмәтелде.

Хәтер аудиторияһын асыу тантанаһы барышында тыныслыҡ һәм илебеҙҙең яҡты киләсәге өсөн ҡорбан булған  геройҙар рухы бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алынды.

Улар араһында – хәрби заданиены үтәгәндә һәләк булған  университет студенттары. Давид Заурович Сабекия  һәм Олег Игоревич Чирков кеүек батыр ил улдарына мәңгелек дан, үҙҙәре үлһә лә, уларҙың рухтары беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәй! Көслө рухлы, аҡыллы  улдар үҫтергән ата-әсәләренә рәхмәт!

Лилиә Бакир ҡыҙы Геройҙар аудиторияһын асыуҙа баһалап бөткөһөҙ ярҙам күрһәткән бағыусыларға, ғаилә дуҫтарына оло рәхмәт һүҙҙәре әйтте.

Ошо проектты тормошҡа ашырыуҙа  ярҙам итеүсе бағыусылар: Олег Миңнефан улы һәм Эльвира Риф ҡыҙы Гәрәевтар,  Илдар Хәйрулла улы һәм Резеда Рәүеф ҡыҙы Фатеевтар, Эльдар Фәрит улы Әсәҙуллинға рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр – студенттар үҙ ҡулдары менән мозаиканан яһаған картиналар тапшырылды.

Лилиә Бакир ҡыҙы шулай уҡ ошо башланғысты хуплап, күтәреп алған филиал етәкселегенә һәм шәхсән Игорь Анатольевичҡа рәхмәт белдерҙе.

– Был мөһим проектта әүҙем ҡатнашыуығыҙ һәм ярҙам итеүегеҙ гражданлыҡ һәм патриотизмдың сағыу өлгөһө булып тора. Был аудиторияла  беҙ егеттәребеҙҙең батырлыҡтарын иҫкә төшөрөп кенә ҡалмайынса, патриотизмға, яуаплылыҡҡа һәм гражданлыҡ позицияһына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләр тураһында ла фекер алышырға тейешбеҙ.

 Ошо бүлмә беҙҙең геройҙарыбыҙ тураһында хәтерҙе йәшәтеүсе, яңы идеялар һәм илебеҙҙе ҡеүәтләндереүгә йүнәлтелгән  башланғыстар тыуҙырыусы урынға әйләнһен әйҙә! Беҙ уларҙы иҫләйәсәкбеҙ, ғорурланасаҡбыҙ һәм уларҙан өйрәнәсәкбеҙ.

Университетта йәштәрҙә тарихи хәтер Һәм Ватанды һаҡлаусыларҙың батырлыҡтарына хөрмәт  булдырыусы “Георгий таҫмаһы”, “Үлемһеҙ полк”, “Һалдатҡа хат” кеүек патриотик акциялар йыш  уҙғарыла. Хәтер адиторияһын асыу программаһы сиктәрендә, ветерандар менән даими осрашыуҙар, илебеҙ тарихына һәм хәҙерге шарттарҙа хеҙмәттең әһәмиәтенә арналған лекциялар һәм семинарҙар уҙғарыу планлаштырыла.

Факультет деканы Лилиә  Абдуллина Хәтер аудиторияһы булдырыу идеяһын әйткәс, коллегалары,  уның идеяһын бер тауыштан хуплап, күтәреп алған. Әйткәндәй, Рәфис Риф улы менән Лилиә Бакир ҡыҙы Абдуллиндарҙың улдары ла бына өс йыл инде махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итә. Иҫән-һау ғына йөрөп ҡайтһын инде яугир егет.

Тиҙерәк илебеҙгә именлек килһен, ир-егеттәребеҙ иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, киләсәк быуындарыбыҙ тыныс, бәхетле тормошта йәшәһен!

Роза ҠОБАҒОШОВА.

фотолар ӨФТУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы сайтынан алынды.

 

 

 

 

 

 

ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
ХӘТЕР, ЯУАПЛЫЛЫҠ ҺӘМ ГРАЖДАНЛЫҠ ПОЗИЦИЯҺЫ
Автор:Роза Сафина
Читайте нас